Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Февраль 2023, 16:25

Туймазыларға - юридик ярҙам

Хәҙер бындай ярҙам республиканың башҡа ҡалаларында ла даими ойоштороласаҡ.

Туймазыларға - юридик ярҙамТуймазыларға - юридик ярҙам
Туймазыларға - юридик ярҙам

Рәсәй Юристар ассоциацияһы даими нигеҙҙә Күп функциялы үҙәк офистарында бушлай консультациялар үткәрә башланы, уның тәүгеһе бөгөн Туймазы ҡалаһында үтте. 10 кеше юридик документтар төҙөүҙә кәңәш һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Күп һорауҙар ер участкаларына хоҡуҡтарҙы теркәүгә һәм пенсия иҫәпләүгә бәйле булған.

Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова билдәләүенсә, Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе эксперттары йыл аҙағына тиклем Өфө, Туймазы, Күмертау, Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларындағы Күп функциялы үҙәктәрҙә билдәләнгән график буйынса юридик консультациялар үткәрәсәк.

"Күп функциялы үҙәк офистарында халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеү эшен былтыр башланыҡ, консультациялар әлегәсә Өфөлә генә үткәрелде. Быйыл беҙ был тәжрибәне республиканың башҡа ҡалаларына һәм райондарына ла таратырға булдыҡ, – тип аңлатты Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе аппараты башҡарма директоры.

Ҡабул итеүгә алдан яҙылмайынса ла теләгән һәр кем кәңәш һорап мөрәжәғәт итә ала.

Киләһе ҡабул итеүҙәр 8 февралдә Өфө ҡалаһындағы Яңы күпер урамы, 8-се йортта урынлашҡан Күп функциялы үҙәктә уҙасаҡ. Ҡабул итеү ваҡыты: 13:00 – 15:00 сәғәттә.

Консультациялар графигы:

Өфө ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәктә, Яңы күпер урамы, 8 (һәр шаршамбы 13:00 сәғәттән алып 15:00 сәғәткә тиклем);

Күмертау ҡалаһындағы  Күп функциялы үҙәктә, Ғафури урамы, 35 (һәр икенсе шишәмбе һәм айҙың һуңғы кесаҙнаһында 13:00 сәғәттән алып 15:00 сәғәткә тиклем);

 Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәктә, Хоҙайбирҙин урамы, 83 (айҙың һәр өсөнсө шишәмбеһе 13:00 сәғәттән алып 15:00 сәғәткә тиклем);

 Учалы ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәктә, К. Маркс урамы, 1 (айҙың һәр өсөнсө шаршамбыһында 10:00 сәғәттән алып 12:00 сәғәткә тиклем);

 Туймазыла (айҙың беренсе һәм өсөнсө шаршамбыһында 10:00 сәғәттән алып 12:00 сәғәткә тиклем).

Белешмә:

“Минең документтарым” офистарында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһы филиалы араһында 2011 йылдың 21 ноябрендәге 324-ФЗ “Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам тураһында”ғы Федераль законды үтәү буйынса килешеү сиктәрендә алып барыла.

Фото: mfcrb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас