Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Февраль 2023, 14:00

Кеше картаһы менән 13 тапҡыр...

Юғалған банк картаһы ҡулына килеп эләккәс, был әҙәмдең башына ниндәй уйҙар килде икән?.. Ә бит бының өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған

Кеше картаһы менән 13 тапҡыр...
Кеше картаһы менән 13 тапҡыр...

Кисә “Черное Белое Аскарово Абзелиловский район” берҙәмлеге түбәндәге яҙманы ҡуйған: “Бөгөн балаларыма күп функциялы үҙәккә барып документтар юлларға тура килде. Яңылыш банк картаһы төшөп ҡалған, шул арала сит кешенең ҡулына эләгә һәм ул магазиндан 13 мәртәбә әйбер һатып ала.

Телефонға килгән смс-хәбәрҙән юллап, магазинға юлландыҡ. Теге әҙәм дурт-биш пакет тотҡан, тыныс ҡына автобус көтөп тора. Бер аҙ ҡаршылашҡандан һуң ғәйебен танып, карточканы ҡайҙа ташлағанын күрһәтте һәм, пакеттарҙы ташлап, автобусҡа ҡасып инеп китте.

Шулай итеп, биш пакет аҙыҡ-түлек һәм бер “аҡбаш” менан ҡайтып индем. Йомғаҡлап шуны әйткем килә. Кешеләр, бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ. Ул бит кемдеңдер эшләп алған аҡсаһы, йә булмаһа - балаларыныҡы. Йәштәргә былай ҙа йәшәүе ауыр. Карточканы тапҡанһың икән, хужаһына бир, унда исем-фамилияһы яҙылған бит. Харам бер ҡасан да яҡшылыҡ алып килмәгәнлеген онотмайыҡ”.

Кемде ашығып төшөрөп ҡалдырған банк картаһы ҡулына эләккәс, был әҙәм нимә тип уйланы икән?

Кешенең картаһынан аҡса урлау – ул ауыр енәйәт. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексы 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, бының өсөн 100 000 – 500 000 һум йәки бер һәм өс йыллыҡ эш хаҡы күләмендә штраф һалыу, шулай уҡ алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү менән бергә 80 мең һумғаса штраф янай. 
Табып алған банк картаһы менән иҫәпләшкән кешеләр нимәгә өмөтләнә икән? Бәлки, улар быны енәйәт тип һанамайҙыр? Тик улар ныҡ хаталана. Законды белмәү бер ҡасан да яуаплылыҡтан азат итмәй! Ошо хаҡта бер ҡасан да онотмағыҙ!

Әгәр үҙегеҙ йәки балағыҙ банк картаһы тапһа, нимә эшләргә?

– Уны файҙаланмағыҙ.

– Банкоматтан аҡса алмағыҙ, аҡсаһын башҡа картаға күсермәгеҙ.

– Табылған карта менән бер ниндәй магазинда ла, ғөмүмән, бер ҡайҙа ла иҫәпләшмәгеҙ.

– Карта хужаһын үҙаллы, социаль селтәрҙәр аша табырға тырышмағыҙ.

– Банк картаһын полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырығыҙ. 

Ошо үрҙә әйтелгәндәр тураһында балаларға аңлатыу яҡшы. Юғиһә күптәр был хаҡта белмәй, ҡайһы саҡта белһә лә инҡар итәләр. Тағы енәйәт яуаплылығы - 16, ә ауыр енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ 14 йәштән ҡаралған. Ошо хаҡта ла балаларға аңлатырға кәрәк.

Фото: “Черное Белое Аскарово Абзелиловский район” берҙәмлеге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: