Кисә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видео-конференцэлемтә тәртибендә Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды советы ултырышын үткәрҙе. Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Волга буйы федераль округындағы ил төбәктәренең ҙур предприятиелары етәкселеге вәкилдәре ҡатнашты.
Тулы хоҡуҡлы вәкил быйылға граждандар йәмғиәтен үҫтереү йәһәтенән төп бурыстарҙы билдәләне. Уның фекеренсә, йәштәр менән эшләгәндә ебәрелгән хаталарҙың ҡабатланыуына юл ҡуймау мөһим. “Бөгөнгө өҫтөнлөктәр иҫәбенә федераль һәм төбәк кимәлендә дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу системаһын эҙмә-эҙлекле үҫтереү, уны кадрҙар һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү инергә тейеш”, – тине ул.
Игорь Комаров билдәләүенсә, ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты округ төбәктәрендә йәштәр эштәре буйынса үҙ аллы органдар системаһын әүҙем ойоштора. Былтыр алты төбәктә ошондай органдар барлыҡҡа килгән, әле иһә улар округтың туғыҙ төбәгендә үҙ аллы дәүләт органы сифатында эшләй.
Ултырышта ҡатнашыусылар округ йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаны һәм уларҙы үҫтереү мөмкинлектәрен билдәләне. Әле округ биләмәһендә 14 йәмәғәт проекты ғәмәлгә ашырыла, уларҙың бишеһе – ватансылыҡ йүнәлешендә.
2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының йәмәғәт проекттарында беренсе урынды алды. Уларҙа республиканан 32 мең йәш кеше ҡатнашты. Әйткәндәй, төбәк дүрт йыл дауамында алдынғылыҡты һаҡлап килә. Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн тәғәйенләнгән ойошмаларҙа тәрбиәләнеүселәргә ярҙам итеү һәм уларҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса “Балалыҡты ҡайтарайыҡ” фестиваленең финалы даими нигеҙҙә үткәрелә.
Илһөйәрлек йүнәлешендәге Кадетлыҡ”, “Волга буйы зарницаһы”, “Ватан геройҙары”, “Туриада”, “Гвардиясы” кеүек проекттарға айырым иғтибар бүленә. Һайлап алыу турҙарында еңгән командалар округ ярыштарында республика исеменән сығыш яһай.