Ҡатнаш көрәш ветераны, Өфөлә йәшәгән Джефф Монсон Америка Ҡушма Штаттарының гражданлығынан баш тартыу процедураһын башлап ебәргән.
“Мин ысынлап та Америка Ҡушма Штаттарының гражданлығынан баш тартыу процедураһын үтәм. Был процесс ике ай ваҡыт талап итеүе ихтимал. Мин ундағы ғаиләмде һағынам, ләкин ошоноң менән бөттө. Америка менән бер уртаҡ нәмәм дә булыуын теләмәйем. АҠШ Хөкүмәте һәм Ҡораллы көстәре бөтә донъя буйынса башҡа илдәрҙең эштәренә үҙ һуғыштары, санкциялары һәм ҡыҫылыуҙары менән бығаса булмағанса ғазаптар килтерә. Рәсәйҙе һәм рус халҡын яратам, бында бәхетлемен. Ләкин гражданлыҡтан баш тартыу сәбәбе Америка сәйәсәте менән килешмәүгә бәйле. Эске һәм тышҡы яҡтан да”, – тигән Монсондың “РИА Новости Спорт” баҫмаһына.
Өфөлә Джефф Монсон 2018 йылдан алып йәшәй. Ул - республиканың көрәш федерацияһы рәйесе урынбаҫары, спорт залдарында балалар менән шөғөлләнә.
Фото: sportrbc.ru