Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 13:25

Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе башлана

Рәсәй граждандары Владимир Путиндың баһаһын, фекерҙәрен ишетергә теләй.

Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе башлана
Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе башлана

Бөгөн Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Сара Мәскәүҙә Гостиный дворҙа ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, сенаторҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар саҡырылған.

Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә Владимир Путиндың махсус хәрби операция башланғандан бирле тәүгеһе. Шуға күрә уға бик ҙур иғтибар бүленә. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, бөгөнгө сараның ҙур өлөшө хәрби операция темаһына арналасаҡ. Рәсәй граждандары әлеге хәлдәргә, махсус хәрби операцияға, халыҡ-ара хәлгә ҡарата Президенттың баһаһын ишетергә, уның был хәлдән нисек сығырыбыҙ һәм артабан нисек үҫешеребеҙ тураһындағы фекерен белергә теләй.

Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе – йыл һайын уҙғарылған сара. 2022 йылда ул булманы. Владимир Путин быны ваҡиғаларҙың йылдам динамикаһы, һөҙөмтәләрҙе теркәү кәрәклеге менән аңлатты.

Шуға күрә бөгөн күптәр был сараны ҡарар тип көтөлә. Ул тура эфирҙа федераль каналдарҙа - Беренсе канал, Рәсәй-1, НТВ һәм Бишенсе каналда күрһәтеләсәк. Шулай уҡ онлайн-трансляция ла буласаҡ. 

Фото: gorodnabire.ru

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас