Әлеге ваҡытта илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе дауам итә. Дәүләт башлығы илдә иҡтисади хәлде тотороҡландырыу, граждандар тормошон яҡшыртыу өсөн башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләне.
– Быйылдан башлап Рәсәй компаниялары илебеҙҙең алдынғы ватан IT-ҡарарҙарын һәм яһалма интеллект файҙаланып булдырылған продукцияһын һатып алһа, табышҡа һалым буйынса түләүҙәрҙе кәметә ала. Был сығымдар юғары коэффициент менән иҫәпкә алына – ысынбарлыҡтағы сығымдарҙан 1,5 тапҡырға күберәк. Компания һалған һәр һумға һум ярымлыҡ һалым ҡайтармаһы тура килә, – тине ул.
Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының иҡтисади составтары буйынса ҡайһы бер нормаларын йомшартырға тәҡдим итте.
– Хөкүмәттән иҡтисадтың деофшоризация процесын тиҙләтергә мөмкинлек биргән өҫтәмә саралар буйынса тәҡдимдәрҙе көтәм. Бизнес Рәсәй юрисдикцияһы сиктәрендә эшләргә тейеш, - тине ул.
Шулай уҡ Владимир Путин ирекле пенсия тупланмалары өсөн 2,8 миллион һумлыҡ страховка ҡаплауы тәҡдим итте. Был – банк һаҡламдарын һаҡлау суммаһына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
Фото: "Бәйләнештә".