Көнбайыш иҡтисади фронтты башланы, әммә бер нимәгә лә өлгәшмәне һәм өлгәшмәйәсәк, тине Рәсәй Президенты Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә.
– Өҫтәүенә улар үҙҙәрен язаға тарттыра. Улар үҙҙәрендә хаҡтарҙың күтәрелеүенә, эшһеҙлеккә, энергетик көрсөккә сәбәпсе булды. Ә үҙҙәренең граждандарына барыһы өсөн дә рәсәйҙәр ғәйепле, тиҙәр. Беҙгә ҡаршы ниндәй саралар ҡулланылды? Рәсәй компаниялары менән иҡтисади бәйләнештәрҙе өҙөргә, финанс системаһын коммуникациянан сығарырға, килемгә зыян килтерер өсөн экспорт баҙарына юлды ябырға тырыштылар. Беҙҙең валюта резервтарын кәметергә, һумды осһоҙландырырға һәм инфляцияны ҡуҙғатырға тырышыу - был бит урлашыу, уны башҡаса әйтеп булмай.
Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙың маҡсаты, үҙҙәре белдереүенсә, “ғазапҡа дусар итеү” һәм йәмғиәтте эстән тотороҡһоҙландырыу, әммә уларҙың өмөтө аҡланманы. Рәсәй иҡтисады һәм идара итеү системаһы Көнбайыш фаразлауҙарына ҡарағанда күпкә көслөрәк булып сыҡты. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин иттек, граждандарҙы яҡланыҡ, эш урындарын ҡыҫҡартыуға юл ҡуйманыҡ, баҙарҙа ҡытлыҡты булдырманыҡ, финанс системаһына һәм эшҡыуарҙарға ярҙам иттек. Былтыр мартта бизнесҡа һәм иҡтисадҡа яҡынса бер триллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Был эмиссион сәйәсәт түгел, барыһы ла ныҡлы баҙар ҡағиҙәләре нигеҙендә.
Премьер-министр иҫәпләүенсә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса эске тулайым продукт кәмегән, мин быны әйтергә тейешмен, ә нимәгә йәшерергә? Иҡтисадтың 20-25 процентҡа түбән төшәсәге тураһында фаразлағайнылар, ә ул 2,1 процентҡа кәмене. Рәсәй бизнесы логистиканы үҙгәртеп ҡорҙо, яуаплы, ышаныслы уҙаҡташтар менән бәйләнештәрҙе нығытты, ундайҙар күп. Иҫәп-хисаптарҙа һумдың өлөшө ике тапҡырға артты һәм өстән бер өлөшөн тәшкил итте. Беҙ артабан да долларға бәйле булмаған иҫәпләшеү системаһын булдырасаҡбыҙ, — тине Владимир Путин.
Фото: rbc.ru