Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 21:40

Махсус хәрби операция темаһы төп урынды алды

"Һәр һалдат һәм уның ғаилә ағзалары иғтибар үҙәгендә булһа, ул һалдаттарға фронтта көс һәм ышаныс бирә, яугирҙәрҙең өйҙә ҡалған яҡындары өсөн борсолоуҙан азат итә".

Махсус хәрби операция темаһы төп урынды алды
Махсус хәрби операция темаһы төп урынды алды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операция темаһын Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандағы "Берҙәм Рәсәй" партияһының йәмәғәт ҡабул итеү етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова төп теманың береһе тип атаны.

– Дөйөм алғанда, махсус хәрби операция темаһы дәүләт Башлығы Мөрәжәғәтнамәһенең төп өлөшөн биләне. Бөгөн илдең бөтә төбәктәре лә тиерлек хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә, ә Президент яҡындарына ярҙам саралары тураһында айырым туҡталды, беренсенән, ашығыс булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, икенсенән, Махсус дәүләт фонды булдырырға ҡушты. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фонд үҙе лә, уның төбәк бүлексәләре лә эшләй башларға һәм кәрәкмәгән мәшәҡәттәрһеҙ ғаиләләр менән үҙ-ара эшмәкәрлекте яйға һалырға тейеш.

Һәр һалдат һәм уның ғаилә ағзалары иғтибар үҙәгендә булһа, ул һалдаттарға фронтта көс һәм ышаныс бирә, яугирҙәрҙең өйҙә ҡалған яҡындары өсөн борсолоуҙан азат итә. Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәнең байтаҡ өлөшөн реабилитация һәм юғары технологиялы ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә арнаны, был эште ойошторған төбәк етәкселәренә, илдең бөтә күп милләтле халҡына берҙәмлеге һәм ярҙамы өсөн айырым рәхмәт белдерҙе, — тине Эльвира Айытҡолова.

Фото: vk.com/elviraaitkulova

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: