Владимир Путин йыл Мөрәжәғәтнамәһендә: “Мин Дәүләт фонды булдырырға тәҡдим итәм, уның бурысы – махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә шәхси ярҙам итеү. Һәр ғаиләгә айырым хеҙмәткәр тәғәйенләнергә тейеш. Фонд быйыл уҡ Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә асылырға тейеш”, – тине.
Башҡорт республика инвалид хәрбиҙәре йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғәмәтйәнов Президент Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекере менән уртаҡлашты.
– Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Йөкләмәләр бик ҙур, йүнәлештәр күп – социаль-иҡтисади, хоҡуҡи, социаль үҫеш. Илдең артабанғы стратегик курсын алға алып барыу йөкмәтелде. Рәсәйҙең яңы төбәктәрен үҫтереү йүнәлеше, ижтимағи һәм иҡтисади, хоҡуҡи сәйәсәт, идара итеү, кадрҙарҙы яңыртыу, юлға һалыу кеүек бурыстар ҡуйылды. Айырыуса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлауға ҡарата ныҡлы нигеҙ һалынды бөгөн. Уны алып барғанда һәр ветеранға шәхси координаторҙар тәғәйенләү бурысын ҡуйҙы Президентыбыҙ. Хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуҙа кәртәләр, ҡамасауҙар булырға тейеш түгеллеген аңлатты. Дәүләт фондын булдырырға тәҡдим итте. Был бер тәҙрә режимында эшләү – ветерандар килделәр, бирҙеләр. Ветерандарҙы хоҡуҡтарын яҡлау, хөрмәт булырға тейеш икәнлеген күрһәтте, ныҡлап әйтте. Президенттың һүҙҙәре һәр беребеҙҙең ҡолағына инергә һәм аҡылға, йөрәккә һеңергә тейеш. Граждандарҙан ветеранға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләһенә ҡарата ҡараш тураһында һүҙ алып барылды. Эске һәм тышҡы сәйәсәт йүнәлештәрендә, артабан дәүләтебеҙҙең стратегик үҫешен алға дауам итергә тигән мөрәжәғәттәр булды. Рәсәй ҙур инвестициялар көтә. Беҙҙең Рәсәй Федерацияһы бер кемдән дә бәйле булырға тейеш түгел. Ошо йүнәлештә бик ҙур маҡсаттар ҡуйылды. Рәсәйҙә бөгөнгө йөкмәтелгән йүнәлештәрҙе алып барғанда, алға китеш, үҫеш буласаҡ, – тине ул.
Фото: vk.com/kremlin