Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 20:30

Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме арта

Һөҙөмтәлә, минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа артып, 19 242 һум була, тине Владимир Путин. 

Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме арта
Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме арта

Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме артасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте һәм төбәктәр алдына Рәсәйҙә хеҙмәт хаҡының һиҙелерлек һәм реаль үҫешен тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, тип билдәләне дәүләт башлығы. Һәм бында мөһим индикатор – минималь эш хаҡы күләме, тине Владимир Путин.

– Уҙған йылда минималь эш хаҡы күләме ике тапҡыр, дөйөм алғанда 20 процентҡа арттырылды. Артабан да хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырырбыҙ. Был инфляциянан һәм эш хаҡының артыу темптарынан юғарыраҡ буласаҡ. Йыл башынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 6,3 процентҡа индексацияланды. 2024 йылдың 1 ғинуарынан планлаштырылған арттырыуға өҫтәп тағы бер тапҡыр өҫтәмә 10 процентҡа  үткәрергә арттырыу тәҡдим итәм. Шулай итеп, минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа артып, 19 242 һум була, – тине Владимир Путин.

Президент белдереүенсә, төбәктәрҙә транспорт, коммуникациялар һәм башҡа инфраструктураны үҫтереүгә өҫтәмә рәүештә 250 миллиард һум йүнәлтелә. Төбәктәрҙә транспортты яңыртыуға тағы 50 миллиард һум бүленә. Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса бәләкәй ҡалаларға һәм ауыл биләмәләренә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Мөрәжәғәтнамә барышында ил Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә диагностика ҡорамалдары комплекты менән бергә санитар автомобилдәр һатып алыуҙы ойоштороу өсөн норматив базаға төҙәтмәләр индерергә ҡушты.

– Улар алыҫ урынлашҡан тораҡ пункттарҙағы предприятиеларҙа, мәктәптәрҙә, учреждениеларҙа диспансеризация, профилактик тикшереү үткәрергә мөмкинлек бирә, – тине дәүләт башлығы.

Владимир Путин һүҙҙәренсә, иҫәп-хисаптарҙағы һандар түгел, ә медицина ярҙамының асыҡлығында һәм сифатында аныҡ үҙгәрештәр төп критерий булып тора.

Фото: tvrts.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: