Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙебеҙҙә етештерелгән юғары технологиялы ҡорамалдарҙы һатып алған компанияларҙың һалым ташламаларын киңәйтергә һәм тармаҡ буйынса уларҙың исемлеген раҫларға ҡушты.
Шулай уҡ илдә сәнәғәт ипотекаһы барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта ла Мөрәжәғәтнамәлә булды. Президент һүҙҙәренсә, ете йылға тиклемге мөҙҙәткә ипотека суммаһы 3-5 процент кимәлендә 500 миллион һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы финанстар һәм кредит кафедраһы доценты Азамат Барлыбаев был яңылыҡтарға ҡағылышлы фекерен белдерҙе.
– Владимир Путин сығышының күп өлөшөн иҡтисадҡа арнаны, импортты алмаштырыуға ҡағылды. Һис һүҙһеҙ, бында мәғлүмәт технологиялары импортына алмаш тураһында һүҙ бара. Был иһә юғары технологиялы компанияларҙы һатыу мөмкинлеген киңәйтә. Был фонд баҙарында “Позитив” һәм башҡа компанияларҙың акцияларында ыңғай сағылды. Шулай уҡ сәнәғәт эшкәртеү өлөшөнә сәнәғәт ипотекаһы ҡағыла. Ул эшкәртеү сәнәғәтен ҡеүәтләргә тейеш, сөнки сит илдәрҙән булған күп компаниялар баҙарҙан китте. Хәҙер сәнәғәт секторы компанияларына әүҙем үҫеү һәм Ватан баҙарында бушаған урында алыу өсөн мөмкинлектәр асылды. Был юғары технологиялы сектор компанияларына ла ҡағыла, – тине ул.
Фото: Башинформ.