Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 15:20

Владимир Путиндың Дәүләт ярҙамы фонды булдырыу буйынса башланғысы бик мөһим

Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә бик күп ярҙам саралары ҡаралған, әммә улар бөтә төбәктәрҙә лә юҡ.

Владимир Путиндың Дәүләт ярҙамы фонды булдырыу буйынса башланғысы бик мөһимВладимир Путиндың Дәүләт ярҙамы фонды булдырыу буйынса башланғысы бик мөһим
Владимир Путиндың Дәүләт ярҙамы фонды булдырыу буйынса башланғысы бик мөһим

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин йыл Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр бер яугиргә махсус яуаплы кеше беркетелергә тейеш, ундай ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса барлыҡ төбәктәрҙә Дәүләт фонды булдырыласаҡ, тип белдерҙе.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы координация советы рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, Владимир Путиндың Дәүләт ярҙамы фонды булдырыу буйынса башланғысы бик мөһим.

– Президент Мөрәжәғәтнамәһе Федераль Йыйылышҡа ғына түгел, ә Рәсәйҙең бөтә күп милләтле халҡына йүнәлтелгән. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы координация советы рәйесе булараҡ тәү сиратта Президенттың махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән башланғыстарына иғтибар итергә теләйем.

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләһенә һәм ветерандарға адреслы ярҙам фонды булдырыла. Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә бик күп ярҙам саралары ҡаралған, әммә улар бөтә төбәктәрҙә лә юҡ. Шуға ла Владимир Путиндың башланғысы бик мөһим тип иҫәпләйем. Хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Былтыр Башҡортостан парламенты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа фатир алыу мөмкинлеге биргән закон ҡабул итте. Ә Президенттың башланғысы күпкә киңерәк, сөнки торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ғына түгел, бөтә хәрбиҙәргә ҡағыла. Был осраҡта  фатирҙы льгота менән алыу ғына түгел, торлаҡты ҡуртымға алыу мәсьәләһе лә ҡарала.

Президенттың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярты йылға бер тапҡыр ике аҙналыҡ ял биреү фекерен дә хуплайым. Был нигеҙле. Мин ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән даими аралашам. Уларға һаулыҡтарын яҡшыртыу, көс туплау, рухи яҡтан нығыныу өсөн күберәк ваҡыт кәрәк. Бөгөн Президент Федераль Йыйылышҡа ғына түгел, Рәсәйҙең күп миллионлы халҡына мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәре беҙҙә өмөт уята, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.

 

Фото: 9111.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас