Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 21:10

Владимир Путиндың Рәсәй иҡтисадының тотороҡлолоғо тураһындағы һүҙҙәре факттарға нигеҙләнә

Беҙҙең ауыл хужалығы тармағы һынатманы, был турала Президентыбыҙ Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алды.

Владимир Путиндың Рәсәй иҡтисадының тотороҡлолоғо тураһындағы һүҙҙәре факттарға нигеҙләнә
Владимир Путиндың Рәсәй иҡтисадының тотороҡлолоғо тураһындағы һүҙҙәре факттарға нигеҙләнә

Үткән йыл йомғаҡтары буйынса банк секторы 203 миллиард һум табыш менән эшләгән. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә сиктәрендә белдерҙе.

Владимир Путин белдереүенсә, Рәсәйҙә инфляция яҡынса дүрт процентҡа яҡынлашасаҡ.

“Ағымдағы йылдың икенсе кварталында уҡ инфляция маҡсатлы кимәлгә дүрт процентҡа яҡынлашасаҡ. Көнбайыштың ҡайһы бер илдәрендә инфляция кимәле 12, 15, 20 процентҡа етә”, – тине ил етәксеһе.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы “Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг” кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов: “Илебеҙҙә 30 йыл барышында формалашҡан баҙар инфраструктураһы тауар етештереүселәргә үҙгәргән шарттарға яраҡлашырға мөмкинлек бирҙе”, – тине.

– Әлбиттә, Владимир Путиндың Рәсәй иҡтисадының тотороҡлолоғо тураһындағы һүҙҙәре факттарға нигеҙләнә: былтырғы һәм 2023 йылға планлаштырылған түбән инфляция ил етәкселегенең тауар ҡытлығына һәм етештереүҙә етди өҙөклөктәргә юл ҡуймау йүнәлешендәге һөҙөмтәле ғәмәлдәре менән бәйле. Атап әйткәндә, дефицит тәү сиратта инфляцияға килтерә. Илебеҙҙә 30 йылдан ашыу формалашҡан баҙар инфраструктураһы тауар етештереүселәргә үҙгәргән шарттарға яраҡлашырға мөмкинлек бирҙе. Сит ил компанияларын тиҙ арала алмаштырып, логистика схемаларын үҙгәртеп ҡороуға өлгәштек.

Был йәһәттән беҙҙең ауыл хужалығы тармағы һынатманы, был турала Президентыбыҙ Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алды. Атап әйткәндә, инфляцияны иҫәпләүҙә аҙыҡ-түлек тауарҙары төп күрһәткес булып тора. Беренсе һәм икенсе кәрәкле тауарҙарҙы һатып алырға  магазиндарға йөрөүсе һәр беребеҙ кәштәләрҙең тулы булыуын, һайлау мөмкинлеге барлығын, һатыусыларҙың һатып алыусылар өсөн көрәшен дауам итә. Ә был түбән инфляция нигеҙе булып тора.

Иҡтисад — ике яҡлы хәрәкәтле юл. Беҙгә һөҙөмтәле түләү һәләте булған ихтыяж да кәрәк. Был турала Мөрәжәғәтнамәлә лә телгә алынды. Яҡынса бер триллион һумлыҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, ипотека программаларын дауам итеү, халыҡтың аҙ яҡланған ҡатлам граждандарына аҡсалата ярҙам (бәләкәй балалар һәм башҡалар), был осорҙа уңайлы ҡулланыу кредиттары тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә даими ихтыяжды тәьмин итте, был иһә инфляцияны тағы ла кәметте.

Ошо уҡ процестар илебеҙҙең банк секторының тотороҡлолоғон һәм юғары күрһәткестәрен тәьмин итте. Иҡтисад эшләгән һайын уның “ҡан әйләнеше системаһы” – банктар ҙа аяҡҡа баҫа. Шуны әйтергә кәрәк: иҡтисадтың бөтә тармаҡтарынан банк эше – юғары конкуренцияға һәләтле тармаҡтарҙың береһе. Беҙ уларҙың беҙгә үҙ хеҙмәттәрен – кредиттарҙы, һаҡламдарҙы, карталарҙы һәм башҡаларҙы тәҡдим итеү буйынса әүҙем тырышыуҙарының шаһиты булып торабыҙ. Шул иҫәптән был уларҙың хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа юғары йәшәү нигеҙе булып тора, – тине  Рөстәм Камалов.

Фото:yandex.ru 

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас