Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 20:50

"Владимир Владимировичтың тәҡдимен тулыһынса хуплайым"

Ошоға оҡшаш үҙәк күптән түгел Стәрлетамаҡта асылды.

"Владимир Владимировичтың тәҡдимен тулыһынса хуплайым"
"Владимир Владимировичтың тәҡдимен тулыһынса хуплайым"

Башҡортостан Башлығының Башҡортостан Республикаһы хәрбиҙәре менән үҙ-ара хҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм ветерандарҙың ғаиләләренә маҡсатлы, шәхси ярҙам күрһәтеү өсөн Махсус дәүләт фонды асыу тураһындағы тәҡдименә аңлатма бирҙе. Белеүебеҙсә, ил Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ошондай фонд булдырыу кәрәклеген белдерҙе.

— Владимир Владимировичтың тәҡдимен тулыһынса хуплайым. Беҙҙең республикала власть органдары, халыҡ, предприятиелар, ойошмалар, йәмәғәт активистары берләште һәм махсус хәрби операция биләмәһендә булған хәрбиҙәргә әүҙем ярҙам итә. Фонд булдырыу был эште юғарыраҡ кимәлгә сығарырға, ил кимәлендә системалаштырырға мөмкинлек бирәсәк, — тине Алик Камалетдинов.

Уның һүҙҙәренсә, яңы дәүләт фонды һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре һәм йәрәхәттәр һөҙөмтәһендә хәрби бурысын үтәгәндән һуң һәм йәше еткәс өйҙәренә ҡайтҡан хәрбиҙәр менән эште тулыһынса контролгә алырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова махсус фонд булдырыу тәҡдимен ваҡытлы тип белдерҙе.

– Был бик яҡшы яңылыҡ. Әлеге ваҡытта мин Нефтекамала Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса. Ике аҙна эсендә бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге ойошторолорға тейеш. Ошоға оҡшаш үҙәк күптән түгел Стәрлетамаҡта асылды. Бөтә Башҡортостан буйынса ошондай үҙәктәр булдырыу буйынса әүҙем эш алып барасаҡбыҙ. Быға тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙамды финанслау сығанағы тураһында һорау тыуа ине. Бөгөн Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә уға яуап бирҙе, – тине Ленара Иванова.

Фото: Телеграмм

 

"Владимир Владимировичтың тәҡдимен тулыһынса хуплайым"
"Владимир Владимировичтың тәҡдимен тулыһынса хуплайым"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: