Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 16:00

Йәш ғалимдарға торлаҡ алыу еңелләшә

Президент белдереүенсә, юғары уҡыу йорттарында үҙгәрештәр өлгөрөп еткән.

Йәш ғалимдарға торлаҡ алыу еңелләшә
Йәш ғалимдарға торлаҡ алыу еңелләшә

Бөгөн илебеҙ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда төп тема – махсус хәрби операция менән иҡтисади үҫеш булды. Шулай уҡ социаль, мәғариф, гуманитар өлкәгә лә ҙур иғтибар бүленде.

Владимир Путин граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙа урындағы үҙидараның мөһим ролен билдәләне. Кешеләргә иң яҡын асыҡ власть кимәленең эшенә граждандарҙың социаль именлеге, уларҙың дәүләткә ышанысы бәйле. Шуның менән бәйле, Владимир Путин Президент Хакимиәтенә һәм Рәсәй Хөкүмәтенә иң яҡшы муниципаль идара итеү командаларына һәм тәжрибәләренә булышлыҡ итеү ҡоралдарын булдырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Президент алғы һыҙыҡта торған, гуманитар йөктө йыйыуҙа ҡатнашҡан һәм фронтҡа ярҙам иткән власть вәкилдәре иҫәбенән ирекмәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.

Мөрәжәғәтнамәлә Президент йәш ғалимдарға торлаҡ менән ярҙам итеү мәсьәләһенә иғтибар итте.

– Рәсәйҙең йәш ғалимдары ихтыяждарының береһе – ул торлаҡ. Ошо йәһәттән йәш ғалимдар өсөн торлаҡ сертификаттары программаһы киңәйтеләсәк, Хөкүмәткә ресурстар билдәләү бурысы йөкмәтелде. Был кәрәкле һәм мөһим эш, – тине ул.

Президент белдереүенсә, ғөмүмән юғары мәктәптә үҙгәрештәр өлгөрөп етте. “Совет системаһында һәм яңы замандағы иң яҡшы өлгөләрҙе берләштерергә кәрәк”, - тине ул. Президент тамырҙарға кире ҡайтырға тәҡдим итте - уҡыу ваҡыты дүрт йылдан алты йылға тиклем, әгәр һөнәр өҫтәмә әҙерлек талап итһә, студент уҡыуын магистратурала йәки ординатурала дауам итә ала, аспирантура – айырым блок.

– Бер уҡыу йорто сиктәрендә төрлө программалар тәҡдим ителеүе мөмкин. Тар белгеслек кәрәк булһа, йәш кеше магистратурала йәки ординатурала уҡыуын дауам итә ала. Аспирантурала уҡытыу айырым алып барыласаҡ. Яңы системаға күсеү яйлап барырға тейеш. Айырыуса билдәләп үтәм: әле уҡыған студенттар ғәмәлдәге программалар буйынса уҡыуын дауам итә ала. Улар үҙ хоҡуҡтарын юғалтырға тейеш түгел, – тине дәүләт башлығы.

Фото: dneprovec.by

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: