Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 51-се ултырышында ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, төбәк парламенты Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса депутаттар корпусының бурыстарын телгә алды. Мәғлүм булыуынса, Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт башлығы ил үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләгәйне.
– Президент сығыш яһаған программа документы илдәге күләмле үҙгәрештәрҙе күҙаллай, – тине Константин Толкачев. – Владимир Владимирович Путин эске ресурстарға һәм туғандаш илдәр менән яуаплы партнерлыҡҡа таянған яңы үҫеш йүнәлешен билдәләне. Мөрәжәғәтнамәлә ҙур маҡсаттар ҡаралған. Беҙгә барлыҡ мөһим өлкәләрҙе – инфраструктураны, заманса технологияларҙы, фәнде, мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм башҡаларҙы үҫтереүгә иғтибарҙы тупларға тура киләсәк. Президент, дөйөм уңышҡа һәр кемдең өлөш индереүе мөһим, тип белдерҙе. Депутаттарға кисекмәҫтән республика парламенты даирәһенә ҡараған положениеларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән эшкә ҡушылырға кәрәк.
Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостан буйынса эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Сәйфуллиндың ведомство эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре һәм төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү тураһындағы сығышын тыңланы.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru