- Рәсәй Президенты Владимир Путин йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә артабан да төбәктәрҙең инфраструктураһы, юл селтәре үҫтереләсәге тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бушлай газ үткәреү программаһы артабан да дауам итәсәк, ул балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар кеүек социаль объекттарға ҡағыласаҡ.
Владимир Путин сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә илдең эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә маҡсатлы ярҙам өсөн Махсус дәүләт фонды булдырыу тураһында белдерҙе. Фонд социаль ярҙам саралары, белем биреү, дауалау, реабилитация һәм мәшғүллек сараларын “берҙәм тәҙрә” режимында ойоштороуҙы көйәләйәсәк.
Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла алты айға бер тапҡыр, яҡындары менән булһын өсөн, юл ваҡытын иҫәпкә алмайынса, 14 көнлөк отпуск биреләсәк.
Юлдарҙы, шул иҫәптән муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлауға федераль бюджеттан аҡса бүлеү дауам итәсәк. 2024 йылға юлдарҙың кәм тигәндә 85 проценты билдәләнгән стандарт талаптарына ярашлы хәлгә килтерелергә тейеш.
Граждандарҙы социаль газификациялау программаһы даими нигеҙҙә эшләйәсәк һәм социаль объекттарға: балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә, поликлиникаларға, дауаханаларға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тараласаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” программаһы буйынса мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау сиктәрендә йыл аҙағына тиклем 3500-гә яҡын мәктәп бинаһы сафҡа индереләсәк. Быйыл яңы төбәктәрҙә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау башланасаҡ.
2025 йылдан балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, техник белем усаҡтарын һәм колледждарҙы ремонтлауға федераль саралар даими бүленәсәк.
Рәсәйҙең юғары технологиялы ҡорамалдарын һатып алған компанияларға һалым ташламалары биреләсәк.
Социаль ярҙамдың яңы саралары: Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә әсәлек капиталы түләнәсәк. Шулай уҡ 2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 10 процентҡа арттырыласаҡ. Ул 18,5 процентҡа үҫәсәк һәм 19242 һум тәшкил итәсәк. Балаларҙы уҡытыуға һалымды ҡайтарыу күләме 50 мең һумдан 110 мең һумға тиклем арттырыласаҡ.
Пассажирҙар транспортын һатып алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү ҡаралған.
Урта махсус белем биреү учреждениеларына ярҙам, уларҙың матди базаһын нығытыу, предприятиеларыбыҙға кәрәкле белгестәрҙе әҙерләүҙе арттырыу тураһында ла әйтелде.
Юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙы дүрт йылдан алты йылға тиклем итеү тураһында ла әйтте Президент.
Быйыл Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе депутаттарға һәм сенаторҙарға ғына түгел, тотош Рәсәй халҡына йүнәлтелде. Илебеҙҙең киләсәге үҙ ҡеүәтебеҙҙе һәм мөмкинлектәребеҙҙе нисек файҙалана алыуыбыҙға бәйле.
Президент Мөрәжәғәтнамәһендә ҙур маҡсаттар ҡуылды. Беҙгә, депутаттарға, Президент күрһәтмәләрен үтәү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү өҫтөндә эшләргә кәрәк, – тине Зариф Байғусҡаров.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/bayguskarov_z_z