Түләү һәләтенә ҡарата шик тыуһа...
– Үтәтеү ҡағыҙы буйынса бер кешенең (яуап биреүсенең) миңә 200 мең һум бурысы бар. Минән дә банк приставтар ярҙамында 100 мең һум бурысты юллай. Үҙем түләргә тейешле аҡсаны ошо кешегә күсереп, уның минең алдағы бурысын кәметә аламмы?
– Беренсенән, бурысты уға күсереү өсөн был кешенең (яуап биреүсенең) ризалығын алырға кәрәк. Икенсенән, кредиторҙың (банктың) ризалығын алыу фарыз.
Әгәр кредитор ҙа, яуап биреүсе лә ҡаршы түгел икән, ошо турала килешеү төҙөлә һәм кредитор алдындағы бурысығыҙ яңы заемсыға (яуап биреүсегә) күсә. Шул уҡ ваҡытта кредиторҙың бындай килешеүҙән баш тартыуына әҙер булығыҙ. Яуап биреүсенең һеҙҙең алда ҙур бурысы булыуы кредиторҙа яңы заемсының түләү һәләтенә ҡарата шик тыуҙырасаҡ.
Был ғәмәл законлымы?
– Ипотека буйынса бурыс йыйылғанға күрә, банк фатирыбыҙҙы тартып ала. Теркәлгән ерем дә, йәшәгән урыным да юҡ, банктан аҡсалата компенсация ла бирмәйҙәр. Банктың был ғәмәле законлымы?
– Заемсы кредитын өс айҙан ашыу түләмәһә йәки кредит килешеүе шарттарын башҡа төрлө боҙған осраҡта залогка һалынған мөлкәтте тартып алыу законлы буласаҡ.
Банк үҙе фатирҙы тартып ала алмай. Уға судҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле суд актын алырға тура киләсәк. Шунан һуң фатир сауҙалашыуға ҡуйыласаҡ.
Әгәр фатирығыҙҙы үҙегеҙ һатып алмаһағыҙ, уны башҡа кешеләргә һатыуҙары ихтимал. Фатирҙы бүтәндәргә һатыуҙан алынған аҡса ипотека бурысын һәм кредиторҙың сауҙалашыуҙы ойоштороуға сығымын тулыһынса ҡаплаһа, “компенсация”ға иҫәп тота алаһығыҙ. Ҡалған аҡсаны һеҙгә кире ҡайтарырға тейештәр.
“Кредит алды ла түләмәй”
– Ирем банктан кредит алды ла түләмәй, ә мин уға поручитель булғайным, шуға ла кредитты минең иҫәптән тотоп алып ҡалалар. Никахты тарҡатҡан осраҡта кредитты поручителдән түгел, ә заемсынан түләтеүҙәрен һорарға буламы?
– Закон буйынса поручитель кредитор алдында йөкләмәләрен үтәмәгән заемсы өсөн дә яуаплы. Әммә кредитор төп заемсының бурысын поручителдән суд тәртибендә генә түләтә ала, шуға күрә суд ҡарары булмай тороп, банк ирегеҙҙең бурысын нисек һеҙҙән түләтә алды икән? Банктың ошондай хоҡуғы һеҙҙең менән төҙөлгән поручителлек килешеүендә теркәлһә, килешеүҙең был пункты законға ҡаршы килә. Һеҙ банк талабын үтәүҙән баш тартырға хоҡуҡлы, ирегеҙҙең бурысын һеҙҙең картанан түләткән осраҡта, банктың был ғәмәлен судҡа бирә алаһығыҙ.
Шул уҡ ваҡытта ирегеҙ никахта саҡта йәки уны тарҡатҡандан һуң, банк менән төҙөгән кредит килешеүе буйынса йөкләмәләрен үтәмәһә, банк бурысты бер үк ваҡытта унан һәм һеҙҙән түләтеүҙе суд тәртибендә талап итә ала. Суд ирегеҙҙең бурысы булыуын асыҡлай һәм банктың талабын ҡәнәғәтләндереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ул көсөнә ингәс кенә, банк суд приставтары аша һеҙҙән суд билдәләгән бурысты түләтә ала.
Законға ярашлы, кредиторға заемсының бурысын тулыһынса йәки өлөшләтә түләгән поручитель һуңғыһынан (заемсынан) түләнгән аҡсаны талап итергә хоҡуҡлы. Тимәк, һеҙ, суд ҡарары нигеҙендә ирегеҙҙең бурысын банкка түләгәс, унан ошо аҡсаны ҡайтарыуҙы һорай алаһығыҙ (кәрәк икән, суд тәртибендә). Никахты тарҡатһағыҙ, быны эшләү еңелерәк буласаҡ, сөнки никахта саҡта тупланған мөлкәт һәм аҡса, һирәк осраҡтарҙан тыш, ир менән ҡатындың уртаҡ милке тип иҫәпләнә.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА