– Ҡатын, йөклөлөк ваҡытында эшенән бушатылып, сабыйы тыуған мәлдә бер ерҙә лә эшләмәһә, балаға 1,5 йәш тулғанға тиклем пособие алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Рәсәй Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһындағы 1-3-сө өлөштәренә ярашлы, ойошма ябылған йәки шәхси эшҡыуар тарафынан эшмәкәрлеген туҡтатыу осраҡтарынан тыш, эш биреүсенең башланғысы буйынса йөклө ҡатын менән хеҙмәт килешеүен тарҡатыу рөхсәт ителмәй.
Ҡатын йөклө осорҙа сроклы хеҙмәт килешеүенең ваҡыты үтһә, эш биреүсе йөклөлөктө раҫлаған медицина белешмәһе һәм яҙма ғариза нигеҙендә сабый тыуғанға тиклем, ә билдәләнгән тәртиптә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск биргән осраҡта – ошондай отпуск тамамланғанға тиклем хеҙмәт килешеүен оҙайтырға тейеш. Хеҙмәт килешеүе сабый тыуғанға тиклем оҙайтылған ҡатын эш биреүсенең талабы буйынса өс айға бер тапҡыр йөклөлөктө раҫлаған медицина белешмәһен тапшырырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡатын сабыйы тыуғас та эшләүен дауам итһә, эш биреүсе хеҙмәт килешеүен ваҡыты үтеү сәбәпле тарҡатырға хоҡуҡлы.
Әгәр хеҙмәт килешеүе буласаҡ әсә икенсе хеҙмәткәр урынына эшләп торған осорға төҙөлһә һәм яҙма ризалығы менән уны һаулығы торошона бәйле башҡара алырлыҡ эш биреүселәге бүтән эшкә (вакант вазифаға йәки ҡатындың квалификацияһына тап килгән, шулай уҡ түбәнерәк йәки хеҙмәт хаҡы аҙыраҡ булған вазифаға) күсереү мөмкинлеге булмаһа, йөклөлөк осорона төҙөлгән хеҙмәт договорының ваҡыты тамамланыуға бәйле ҡатындың эштән бушатылыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта эш биреүсе, билдәләнгән талаптарға ярашлы, уға ошо биләмәнән вакансиялар тәҡдим итергә тейеш. Коллектив договор, хеҙмәт килешеүе менән ҡаралһа, эш биреүсе уға башҡа ерҙән дә вакансия тәҡдим итә ала.
1995 йылдың 19 майындағы “Балалы граждандарға дәүләт пособиелары тураһында”ғы 81-се Федераль закондың 4.1-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы йөклөлөк осоронда, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск ваҡытында эштән бушатылған ҡатындарға сабыйын ҡарау буйынса айлыҡ пособие тәғәйенләү һәм түләү вәкәләттәрен ил төбәктәрендәге дәүләт власы органдарына тапшырҙы. Был осраҡта пособиелар йөклө ҡатын йәшәгән урындағы халыҡты социаль яҡлау органы тарафынан тәғәйенләнә һәм түләнә.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА