– Ҡайһы бер осраҡтарҙа никахта тупланған мал-мөлкәт ир менән ҡатын айырылышҡандан һуң бүленмәй, тиҙәр. Ошо һорауға асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.
– Дөйөм ҡағиҙә буйынса, никахта һатып алынған бөтә әйбер – ир менән ҡатындың уртаҡ мөлкәте. Ғаиләлә кемдеңдер эшләүе, кемдеңдер йорт хужалығын алып барыуы, бала тәрбиәләүе мөһим түгел, бөтә мал-мөлкәт тигеҙ бүленә. Әммә был ҡағиҙәгә буйһонмаған хәл-шарттар ҙа бар. Әгәр мөлкәт ир менән ҡатын никахта тороп та, уртаҡ аҡсаға һатып алынмаһа, уның алған кешенеке тип танылыуы ихтимал.
Уртаҡ аҡса – ул ирҙең һәм (йәки) ҡатындың эш хаҡы, бизнестан килгән табыш, төрлө түләүҙәр һәм пособиелар. Ә бына ирҙең йәки ҡатындың мираҫҡа, бүләк рәүешендә, никахҡа тиклемге йәки мираҫҡа ҡалған мөлкәтте һатыуҙан алынған аҡса уртаҡ тип һаналмай. Ошо аҡсаға һатып алынған милек тә уртаҡ тип иҫәпләнмәй.
Никахтағы кешегә айырылышырға ҡарар иткән осраҡта теге йәки был мөлкәттең үҙенеке генә булыуын иҫбатларға кәрәк, юғиһә бүлешергә тура киләсәк. Мөлкәттең һеҙҙеке булыуын иҫбатлауҙың иң ышаныслы ысулы – уртаҡ милек булмаған тәүге сығанаҡтан алып бәхәс тыуҙырған объектҡа тиклемге аҡсаның күсеү сылбырын күрһәтеү. Мәҫәлән, ғаиләлә ҡатын килешеү буйынса мираҫҡа ҡалдырылған фатирын һата, ошоноң өсөн махсус асылған иҫәпкә һатып алыусынан аҡса күсертә, һуңынан ошо иҫәптән яңы фатир өсөн түләй. Был осраҡта фатирға ҡатындың ғына хужа булыуын еңел иҫбатларға мөмкин. Тик аҡсаның иҫәптән алынмауы, башҡа сығанаҡтарҙан килгән аҡса менән ҡушылмауы мөһим.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА