Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Февраль 2023, 15:15

"Клоундар, башҡаса һүҙ юҡ!"

Радий Хәбиров Ленара Иванованы санкция исемлегенә индереү буйынса үҙ фекерен әйтте. 

"Клоундар, башҡаса һүҙ юҡ!"
"Клоундар, башҡаса һүҙ юҡ!"

Һуңғы көндәрҙә билдәле булған яңылыҡ буйынса, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Евросоюз Советының санкция исемлегенә индерелде. Бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала үҙенең фекерен белдерҙе.

– Беҙҙең Ленара Хәким ҡыҙын халыҡ дошманы тип иғлан иттеләр, әшәке ҡараш менән уны санкциялар исемлегенә индерҙеләр. 2014 йылда үҙем Лиза Глинка менән Ленара Хәким ҡыҙын ғәйепләгән эш менән шөғөлләндем – сирле һәм яралы балаларҙы илебеҙ дауалау учреждениеларына оҙаттыҡ. Һеҙ изге эш эшләнегеҙ, шуға күрә быға иғтибар итмәгеҙ, зинһар. Библияла әйтелгәнсә, "нимә эшләгәнен, белмәйҙәр”. Клоундар, башҡаса атап булмай, – тине Радий Хәбиров.

Фото: i-gazeta.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: