Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькинаға Башҡортостанда йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иренә ҡарата, банк бурыстарына бәйле, бер нисә башҡарма эш ҡуҙғатылған була. Был мәсьәләне хәл итеүгә тиҙ арала депутат ҡушыла. Был хаҡта Ирина Панькина социаль селтәрҙәрҙә лә яҙып сыҡты.
“Эшмәкәрлегемдең мөһим йүнәлештәренең береһе – һайлаусылар менән эшләү һәм уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә ярҙамлашыу. Кисә миңә Башҡортостанда йәшәгән ҡатын мөрәжәғәт итте. Уның тормош юлдашы 2022 йылдың июленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ошо арауыҡта уға ҡарата бер нисә башҡарма эш ҡуҙғатыла.
Иҫегеҙгә төшөрәм: декабрь аҙағында беҙ “Башҡарма производство тураһында” федераль законға төҙәтмәләр индерҙек, шуға ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарма эштәр туҡтатыла ала.
Мөрәжәғәт итеүсе миңә ошо мәсьәләлә ярҙам итеүҙе һораны. Бөгөн башҡарма эштәр туҡтатылды, ҡатындың тормош юлдашының банк иҫәбенә һалынған арест алынды.
Бындай осраҡтарҙа мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү мөһим, бөгөн ошоно эшләй алдыҡ. Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмүтовҡа тиҙ арала ярҙам иткәне һәм һәр ваҡыт граждандар хоҡуғын яҡлау мәнфәғәтендә хеҙмәттәшлеккә әҙер булғаны өсөн рәхмәт белдерәм!” – тип яҙҙы Дәүләт Думаһы депутаты.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/pankina_ia