Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Март 2023, 15:30

“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"

– Аллаға шөкөр, өйҙә һәйбәт, бөтәһе лә иҫән-һау, әммә хеҙмәттәштәребеҙ янына барып, артабан хәрби бурысты үтәргә ваҡыт, – ти яугир яҡташтарыбыҙ.

“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"

28 мартта Башҡортостандан тағы ла бер төркөм яугирҙәр, ялдары тамамланып, махсус хәрби операцияға юлланды. Уларҙы ата-әсәләре, тормош иптәштәре, балалары, туғандары оҙатып ҡалды.

Һалдаттар һәм уларҙың туғандары ял итеү ваҡыты бик тиҙ үтеүе хаҡында белдерҙе. Тыуған йорт йылыһы, уңайлы мөхит, тәмле өй аштары яугирҙәрҙә ыңғай хистәр уятҡан. “Өйҙә һәйбәт, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә иҫән-һау, әммә хеҙмәттәштәребеҙ эргәһенә барып, артабан хәрби бурысты үтәргә ваҡыт, – ти яугир яҡташтарыбыҙ.

Егеттәр бөтәһе менән дә ихлас аралашты, яуҙағы хәлдәр тураһында ла фекерҙәрен уртаҡлашты.

– Комендант ротаһында хеҙмәт итәм, контроль-үткәреү пунктында торабыҙ. Бурыс бик яуаплы, бик һаҡ булырға кәрәк. Бер көндө дежур булғанда йөк машинаһы кабинаһында таныш йөҙ күрҙем. Уның машинанан төшөүен һораным. Баҡтиһәң, был минең бергә уҡыған төркөмдәшем булып сыҡты. Ҡосаҡлап алды, әммә һөйләшә алманыҡ, аңлашыла – хеҙмәт, – ти "Камал" исемле яугир.

Шайморатов ордены менән бүләкләнгән мотоуҡсылар ғәскәрҙәренең психологик хеҙмәте начальнигы (“Дунай”), ял ваҡытында ҡатыны менән саңғыла йөрөп, үҙебеҙҙең матур тәбиғәткә һоҡланып ял иткән. Уның һүҙҙәренсә, тап тыуған ереңдән айырылғас, уның матурлығын, ҡәҙерен аңлайһың. Әммә уға ла тиҙ арала фронт һыҙығына кире барырға кәрәк.

– Өйҙә барыһы ла яҡшы. Туғандар, ҡала хакимиәте ғаиләгә ярҙам итә. Мин үҙемдекеләр өсөн тынысмын. Әлбиттә, ғаиләмде һағынам. Миңә өйҙән ситтә хеҙмәт итергә тура килде лә инде, мобилизация мәлендә мин хәрби пенсионер инем һәм өй йылыһына күнегеп өлгөрҙөм. Әммә Тыуған ил саҡырғас, шунда уҡ хәрби комиссариатҡа барҙым, сөнки Төньяҡ Кавказда туплаған хәрби тәжрибәм бар ине. 1991 йылда Одесса өлкәһендә хеҙмәт иттем. Шул мәлдә Советтар Союзы юҡҡа сыҡты, иптәштәрем менән ныҡ ҡайғырҙыҡ. Ә хәҙер, 30 йыл самаһы үткәс, мин һәм иптәштәрем нацизмға ҡаршы көрәштә ҡатнашабыҙ. Махсус хәрби операция тәрән мәғәнә менән тулған, уны мөһим тәғәйенләнеше бар, барыбыҙ ҙа быны бик яҡшы аңлайбыҙ. Шуға күрә бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбассты фашист яуыздарынан азат итеп, ҡан түккән Миңлеғәле Шайморатов атлыларының намыҫын яҡлау өсөн фронт һыҙығына кире ҡайтабыҙ. Ағайым 1944 йылда Волын өлкәһен азат итеп вафат булған, шунда туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Фашистарҙың ата-бабаларыбыҙҙың ҡәберҙәрен мыҫҡыллауын күреү бик ауыр. Шуға ла беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ, — тине “Дунай”.

“Ялда саҡта улыбыҙ хеҙмәте тураһында күп һөйләмәне. Беләбеҙ, ул беҙҙе борсорға теләмәй. Үҙе беҙҙең эргәлә булһа ла, уйы менән әле лә яуҙағы полкташтары янында булыуын күреп торабыҙ. Ҡаҙ, бәлеш бешерҙек, улым күп ҡумыҙ эсте, эҫе итеп мунса яҡтыҡ. Көҙгө оҙатыуға ҡарағанда бөгөн ауырыраҡ. Улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ һәм барыһы ла һәйбәт булырына һәм балаларыбыҙҙың еңеү менән өйҙәренә ҡайтырына ышанабыҙ", — ти “Заза” тигән исем аҫтында йөрөгән яугирҙең әсәһе Гөлзана Әхәт ҡыҙы менән атаһы Рәнис Риф улы.

– Ошо айҙарҙа уйымда күп нәмә үҙгәрҙе. Эшҡыуар инем, эшемде алып барҙым, һатыу-тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл иттем. Ә хәҙер мин - яугир. Тыуған илде, ата-әсәләрҙе, балаларҙы һәм ҡатындарҙы яҡлайбыҙ. Шәхси эштәр көтөп торор, тәүҙә ил ҡуйған хәрби бурыстарҙы үтәйек, шунан һуң инде ҡайтып, бындағы эшебеҙҙе дауам итербеҙ, — ти “Заза”.

Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостанға һәм Донбассҡа яугирҙәрҙе “Башавтотранс” автобустары ташый. Һалдаттар, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы указына ярашлы, ойошҡан төркөмдәргә бүленеп ялға ҡайтып китә. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе ялға йышыраҡ ебәрергә тәҡдим итте.

“Яугирҙәр менән бер нисә тапҡыр һөйләшкәндә, әлбиттә, мөһим нәмә – отпуск. Һалдаттарыбыҙ арыған, ҙур баҫым кисерәләр, быларҙың барыһын да түҙеп тороуы ауыр. Президент ярты йылға бер хәрбиҙәргә, юлды иҫәпкә алмайынса, 14 тәүлек ял бирергә ҡушты”, — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ.

“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
“Дунай”: "Беҙҙең бурыс изге, эшебеҙ хаҡ!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: