Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Март 2023, 11:30

Законға һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү – суд власының төп бурысы

Радий Хәбиров суд рәйестәре менән кәңәшмәлә ҡатнашты

Законға һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү – суд власының төп бурысыЗаконға һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү – суд власының төп бурысы
Законға һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү – суд власының төп бурысы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район, район-ара һәм ҡала суд рәйестәре менән кәңәшмәлә ҡатнашты. Көн тәртибендә – республикалағы суд власының 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә бурыстар.

– Бөгөн беҙ 2022 йыл һөҙөмтәләрен һәм быйыл тормошҡа ашырырға тейешле бурыстарҙы тикшерәбеҙ. Башҡортостандағы суд системаһы юғары эш һөҙөмтәлелеген тәьмин итә, республикабыҙ граждандарының хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәттәрен ышаныслы яҡлай – тине төбәк етәксеһе. – Ҡатмарлы пандемия осорон бергәләп лайыҡлы үттек, сикләүҙәр һәм тыйыуҙар шарттарында эшләнек. Административ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылған ғәйәт ҙур эш һеҙҙең иңегеҙгә төштө.

Радий Хәбиров суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ суд системаһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостандың Юғары суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы Иван Семёнов үҙ сиратында республика етәкселегенә суд органдарының системалы һәм асыҡ ээшмәкәрлегенә булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Үҙенең сығышында ул суд системаһы эшен камиллаштырыу һәм ведомство-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталды.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас