"Рәсәйҙең иң көслө кешеһе" титулына күп тапҡыр эйә булған йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин “Берҙәм Рәсәй” партияһынан артабан етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидат итеп үҙен күрһәтеү өсөн тәүгеләрҙән булып алдан тауыш биреү буйынса Башҡортостандың ойоштороу комитетына кәрәкле документтар пакетын тапшырҙы.
Ойоштороу комитеты ағзалары хәҙер биш эш көнө эсендә алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы булараҡ теркәлеү йәки теркәлеүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.
– Спорттағы карьерамды тамамланым, тупланған тәжрибәмде тапшырыу теләге бар, шул иҫәптән йәштәребеҙгә лә. Башҡортостан – миңә көс-ғәйрәт биргән төбәк. Республика өсөн файҙалы булырмын тип ышанам. Бында миңә һәр ваҡыт ярҙам иткән бик рәхмәтле һәм изге күңелле кешеләр йәшәй. Башҡортостан тормошон яҡшыртыу өсөн үҙ өлөшөмдө индерергә бурыслымын тип иҫәпләйем, – ти Эльбрус Ниғмәтуллин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тауыш биреүҙе ойоштороу комитеты “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты майҙансығында урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт, 10-сы бүлмә.
Алдан тауыш биреүгә кандидатты тәҡдим итеү тураһындағы кәрәкле документтар 27 апрелгә тиклем ҡабул ителә: эш көндәрендә 09.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, тәнәфес ваҡыты –13.00 – 14.00 сәғәттә.
Мәғлүм булыуынса, процедурала ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 27 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин. “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреүенә кандидаттар PG.ER.RU сайтында электрон формала үтә. Һәр кандидаттың шәхси кабинеты буласаҡ, унда ул үҙенең биографияһын, яңылыҡтарын, фотоларын һәм видеоларын урынлаштыра аласаҡ, тине партияның Генераль советы секретары урынбаҫары Сергей Перминов.
Рәсәй Федерацияһының пассив һайлау хоҡуғына эйә, башҡа дәүләттә йәшәүгә гражданлығы йәки рөхсәте булмаған, башҡа партиялар ағзаһы булып тормаған, енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған граждандар кандидат була ала. Шулай уҡ кандидаттарҙың сит ил банктарында, сит ил финанс ойошмаларында һәм башҡа активтарҙа иҫәптәре булырға тейеш түгел.
Фото: bashkortostan.er.ru