Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Март 2023, 19:45

Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде

Агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм алдағы сәсеү кампанияһына әҙерлек буйынса округ кәңәшмәһе үтте.

Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде

Радий Хәбиров Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәтенең өҫтөнлөктәрен билдәләне.

22 мартта Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин Волга буйы федераль округы төбәктәрендә агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм алдағы сәсеү кампанияһына әҙерлек буйынса округ кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда төбәк тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ агросәнәғәт комплексының эре предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе сығышында тармаҡҡа һөҙөмтәле ярҙам программалары һәм республика башланғыстарына булышлыҡ иткәне өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәт белдерҙе.

- Ауыл халҡы исеменән министрлыҡ командаһына һәм шәхсән министр Дмитрий Николаевич Патрушевҡа агросәнәғәт комплексына күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Дәүләт программалары артабан да эшләйәсәк, уларҙа әүҙем ҡатнашырға әҙер, тип ышанабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Тармаҡ яҡшы темптар менән үҫешә. Үткән йыл беҙҙең өсөн бик күп күрһәткестәр буйынса рекордлы булды. Төбәктә яҡшы уңыш йыйып алынды. Был - уңайлы һауа шарттары һәм агросәнәғәт комплексын яңыртыу өсөн ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһе.

Республика Башлығы ауыл хужалығының продуктлылығын арттырыу буйынса агросәнәғәт сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен билдәләне.

- Беҙҙең эштең өҫтөнлөктәренең береһе - тармаҡты технологик үҫтереү. Ауыл хужалығы техникаһы паркын әүҙем яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. «Росагролизинг» аша техника менән тәьмин итеү күләме буйынса беҙ – илдә дүртенсе, – тине Радий Хәбиров. - Һуңғы йылдарҙа импортты алмаштырыу менән әүҙем шөғөлләнә башлауыбыҙ мөһим. Үҙебеҙҙә ауыл хужалығы машиналары эшләүҙе үҫтерәбеҙ. Ҡайһы бер яңылыҡтар «Агрокомплекс» махсус күргәҙмәһендә тәҡдим ителде лә инде.

Башҡортостан Башлығы аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен яңыртыуға айырыуса иғтибар бүлде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала тейешле дәүләт программаһы ҡабул ителде.

- Аҙыҡ-түлек тауарҙары етештереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләйбеҙ. Шуға күрә ошо йүнәлеште үҫтереү бурысын ҡуябыҙ, – тип аңлатты Радий Хәбиров. - Беҙгә ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеү технологияларын әүҙемерәк индерергә кәрәк.

Тағы бер йүнәлеш – агросәнәғәт комплексының экспорт потенциалын үҫтереү. Атап әйткәндә, Иранға сәфәре барышында Башҡортостан делегацияһы ауыл хужалығы министры Джавад Садати-нежад менән аҙыҡ-түлек поставкалау мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Сығыштың аҙағында төбәк Башлығы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға һөйләшеүҙең һөҙөмтәле булыуын, Ә Волга буйы федераль округы төбәктәре аграрийҙарына уңышлы сәсеү кампанияһын теләне.

Ҡатнашыусылар 2022 йылда агросәнәғәт комплексын үҫтереү йомғаҡтарын, Волга буйы федераль округы төбәктәрен яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүҙе тикшерҙе. Көн тәртибендә - сәсеү майҙандарын киңәйтеү, минераль ашламалар индереү күләмен арттырыу һәм башҡа мөһим бурыстар.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/163419.html

Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Башҡортостандың агросәнәғәт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнде
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: