Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Март 2023, 13:45

Радий Хәбиров республиканың идара итеү командаһына өҫтөнлөклө бурыстарҙы еткерҙе

Асҡын районында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары семинары уҙҙы

Радий Хәбиров республиканың идара итеү командаһына өҫтөнлөклө бурыстарҙы еткерҙе
Радий Хәбиров республиканың идара итеү командаһына өҫтөнлөклө бурыстарҙы еткерҙе

25 мартта Асҡын районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ағзалары, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – биләмәләрҙе инфраструктура йәһәтенән үҫтереү, инвестиция мөхитен яҡшыртыу, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, халыҡ менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре.

Республика етәксеһе, семинар эшен асып, муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙем эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Һеҙҙең һәр берегеҙгә, коллегаларыма, бының өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Һеҙ Донбассҡа бараһығыҙ, яугирҙәр менән осрашаһығыҙ, үҙ райондарығыҙҙағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә бараһығыҙ, күп мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Бөгөн был бөтә идара итеү командаһы өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡарары буйынса илдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы фонды булдырыла. Бер ай эсендә ул беҙҙең республикала ла эшләй башлаясаҡ. Был аҡсаны мохтаждарға адреслы һәм һөҙөмтәле еткереү мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика мобилизацияланған ир-егеттәр хеҙмәт иткән частар менән системалы үҙ-ара эш итеүҙе яйға һала, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы. Ҡала һәм район халҡы шулай уҡ яугирҙәрҙе бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

– Хәрбиҙәр был эш тураһында йылы һәм рәхмәт белдереп һөйләй. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандарының республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнашыуы, йәш быуынға илһөйәрлек һәм әхлаҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүе мөһим, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы билдәләне. Улар иҫәбендә – инвесторҙар менән эшләү, социаль объекттар төҙөү, муниципалитеттарҙың транспорт селтәрен яңыртыу.

– Быйыл юлдарҙы ремонтлау буйынса күләмле программа старт ала, уға дүрт миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ. Был проектты 2024 йылға ла оҙайтырға тәҡдим итәм. Республиканың транспорт селтәрен тәртипкә килтерәсәкбеҙ, был беҙҙең халыҡ өсөн бик мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров.   

Сығыштың аҙағында Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәрен халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса шәхсән аралашырға, улар менән рәсми булмаған шарттарҙа осрашырға, төп принциптарҙы һәм эш пландарын аңлатырға саҡырҙы.

Семинарҙа ҡатнашыусылар ведомство-ара хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу механизмдарын, өҫтөнлөклө проекттарҙы һөҙөмтәле финанслауҙы, коммуналь инфраструктураны яңыртыу һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү, биләмәләрҙең туристик йәлеп итеүсәнлеген арттырыу буйынса бурыстарҙы тикшерҙе.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: