Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Март 2023, 14:30

Контракт буйынса кемдәр хеҙмәт итә ала?

Ниндәй документтар талап ителә? Айырым ҡаҙаныштар өсөн күпме түләйҙәр? Ниндәй льготалар һәм гарантиялар буласаҡ? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Контракт буйынса кемдәр хеҙмәт итә ала?
Контракт буйынса кемдәр хеҙмәт итә ала?

1 апрелдә Рәсәйҙә ғәҙәттәге хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана. Сроклы хәрби хеҙмәт үтеү өсөн 18 – 27 йәшлек егеттәрҙе алалар. Параллель рәүештә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе лә теркәү алып барыла. Профессиональ кадрҙар хәрбиҙәренә дәүләт тарафынан ҡаралған иң төп түләүҙәр, льготалар һәм компенсациялар тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырабыҙ.

Кем контракт буйынса хеҙмәткә килешеү төҙөй ала?

Контракт төҙөүгә запастағы граждандар, йәғни пенсияға сыҡҡан хәрбиҙәр һәм хәрби хеҙмәттән һуң хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндәр, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белем алған ир-егеттәр хоҡуҡлы.

– Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ябай һалдаттан прапорщикка тиклем 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә, контракт ваҡыты алты айҙан.

– Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә офицерҙар итеп 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе ҡабул ителә, контрактты төҙөү ваҡыты өс йылдан биш йылға тиклем.

Урынлашыу тәртибе

Кәрәкле документтарҙы һайлап алыу пунктына йәки хәрби комиссариатҡа тапшырырға.

Психолог менән әңгәмә.

Медицина тикшереүе үтергә.

Күрһәтмә алырға һәм хеҙмәт урынына китергә.

Хәрби часта контракт төҙөү.

Ниндәй документтар талап ителә

  • 9x12 фото – бер дана, 3x4 фото – дүрт дана.
  • Автобиография, ике данала яҙма һәм баҫма формала.
  • Белемде раҫлаған документтарҙың күсермәләре.
  • Эш урынынан хеҙмәт характеристикаһы.
  • Кандидаттың тыуыу тураһында таныҡлығының күсермәһе.
  • Никах, айырылышыу һәм балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡтарҙың күсермәләре.
  • Полиция участковыйынан характеристика.
  • Паспорт күсермәһе – яҙмалар булған бөтә биттәр.
  • Хәрби билеттың күсермәһе – яҙмалар булған бөтә биттәр.
  • Хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе – яҙмалар булған бөтә биттәр.
  • ИНН күсермәһе.
  • Банк картаһы реквизиттары, мотлаҡ "Мир" системаһы.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түбәндәге түләүҙәр ҡаралған

  • Ҡатнашҡан өсөн дөйөм эш хаҡы айына 180 мең һумдан башлана. Уға аҡсалата түбәндәге тәьминәт инә:

 33 мең һумдан, тәүлегенә - 4240 һум, айына хәрби вазифа буйынса ике оклад (40 – 70 мең һум).

  • Бер йылдан һәм унан күберәк контракт төҙөгәндә бер тапҡыр 195 мең һум түләнә.
  • Айырым ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә рәүештә түләүҙәр ҡаралған:
  •  8000 һум - һәр тәүлек әүҙем һөжүм итеү өсөн;
  • штурм отрядтары составында һәр километр алға барған өсөн 50 000 һум;
  • 1 миллион һум – Leopard, Abrams, Challenger танктарын, himars пускатель ҡоролмаһын баҫып алыу өсөн;
  • 500 мең һум – leopard, Abrams, Challenger танкын юҡ иткән өсөн;
  • 300 мең һум – HIMARS, “Точка-У” атыу ҡоролмаһын юҡ иткән өсөн;
  • 200 мең – вертолетты юҡ иткән өсөн;
  • 100 мең һум – танкты юҡ иткән өсөн;
  • 50 мең һум – башҡа хәрби техниканы юҡ итеү өсөн.
  • 3 миллион һум – яраланған осраҡта (контузия, йәрәхәт, имгәнгән осраҡта) бер тапҡыр бирелә торған түләү.
  • 14 миллион һумдан ашыу - һәләк булған осраҡта ғаилә ағзаларына страховка түләүҙәре (12,4 миллион һум – Оборона министрлығынан һәм ике миллион һум – Башҡортостандан бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам).
  • Льготалар һәм гарантиялар
  • 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы.
  • Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм тейешле льготалар (ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүгә льготалар, уңайлы ваҡытта отпуск һәм башҡалар).
  • Хәрби-медицина учреждениеларында бушлай тикшереү, дауалау һәм реабилитация.
  • Дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү.
  • Әйберҙәр һәм кейем менән тәьмин итеү.
  • Бушлай өс тапҡыр туҡланыу.
  • Ике аҙналыҡ түләүле отпуск - алты айға бер тапҡырҙан да кәм түгел.
  • Федераль бюджет иҫәбенә ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау.
  • Кредит һәм һалым каникулдары.
  • Юғары уҡыу йорттарында балаларҙы уҡытыу өсөн бюджет урындары.
  • Балаларҙың йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында бушлай ял итеүе.
  • Яраланған (травма) һәм һәләк булған осраҡта страховка түләүҙәре.
  • Социаль реабилитация һәм адаптация программаһы (эшкә урынлаштырыу һәм торлаҡ биреү).
  • Рәсәй Оборона министрлығы иҫәбенә туплау-ипотека системаһы аша үҙ торлаҡ.
  • Хеҙмәт торлаҡтары йәки торлаҡты ҡуртымға алыу өсөн компенсация.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә урынлашыу мәсьәләләре буйынса Өфөләге һайлап алыу пунктына түбәндәге адресҡа мөрәжәғәт итергә: 450078, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156. Элемтә өсөн телефондар: 8 (347) 218 19 19, 8 (347) 248 29 31, мобиль телефондан: 122.

Башҡортостан ҡалалары һәм райондары хәрби комиссариаттарының тулы исемлеге ошонда ҡарағыҙ: смотрите тут.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: