Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Рәсәйҙең милли гвардияһы хеҙмәткәрҙәре һәм хәрбиҙәр менән осрашты. Төбәк етәксеһе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Рәсәй гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отрядында булды.
Радий Хәбиров атыу ҡоралы күргәҙмәһен ҡараны һәм Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта һәм Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығының “Толпар” махсус тиҙ яуап биреү отряды ойошторолоуҙың 30 йыллығында ҡатнашты.
Республика етәксеһе яугирҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһы төбәк идаралығының шәхси составына намыҫлы хеҙмәт һәм бурысҡа тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Рәсәй гвардияһы яугирҙәре – Ватанды һаҡлаусыларҙың айырым категорияһы. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың ышаныслы терәге, һеҙ тыныс та, һуғыш ваҡытында ла Рәсәй дәүләте һағында ныҡ тораһығыҙ. "Ҡыҙыу нөктәләрҙә" хәрби бурыстарығыҙҙы уңышлы хәл итәһегеҙ. Эре сәйәси саммиттарҙы, спорт һәм мәҙәни форумдарҙы үткәреүҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итәһегеҙ, – тине ул. – Хәрби хәрәкәттәр зонаһында һеҙгә төрлө Көнбайыш илдәрендә махсус диверсион әҙерлек үткән милләтселәр ҡаршы тора. Һеҙ һәр төрлө, иң ҡатмарлы саҡырыуҙарға әҙер, хәрби оҫталыҡты даими нығытаһығыҙ. Яңы технологияларҙы үҙләштерәһегеҙ, пилотһыҙ техника менән оҫта эшләйһегеҙ.
Шулай уҡ ул “Толпар”ҙарҙы 30 йыллыҡ юбилейҙары менән ҡотланы.
– “Толпар” махсус тиҙ яуап биреү отрядының 30 йыллыҡ юбилейына был элиталы хәрби подразделение сафында ҡасандыр хеҙмәт иткән һәм әле хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең данлы традицияларын формалаштырыуға һәм лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн уның бөтә ветерандарына айырым рәхмәт, – тине ул. – Хеҙмәтегеҙҙә хәрби хәүеф-хәтәрҙәр аҙыраҡ булһын. Өйҙә һеҙҙе яратҡан ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ көтһөн. Һеҙгә бурысҡа тоғролоҡ, юғары профессионаллек һәм яҡшы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Байрам һәм иҫтәлекле дата менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Рәсәй гвардияһының төбәк идаралығы начальнигы, полиция генерал-майоры Александр Бурдо Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе һәм уға Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн “Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәтенә - 5 йыл һәм Рәсәй хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәренә 210 йыл” миҙалын тапшырҙы.
– Айырым рәхмәт һүҙҙәрен Радий Фәрит улы Хәбировҡа еткерәм. Махсус операцияның тәүге көндәренән алып бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һеҙҙең шәхсән ҡатнашлығығыҙҙы күрәбеҙ, – тине Александр Бурдо.– Беҙҙең янда – ярҙам күрһәтергә әҙер ысын илһөйәрҙәр һәм дуҫтар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.