Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Март 2023, 16:30

Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттары асылды

Адрестары - яҙмала. Тиҙҙән башҡа ҡала һәм район үҙәктәрендә лә ошондай пункттар асыласаҡ.

Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттары асылды
Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттары асылды

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттары асылған.

Улар “Үҙәк” сауҙа комплексында (Цюрупа урамы, 97) һәм “Ультра” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә (Баҡалы урамы, 27) эшләй башлаған.   

Баш ҡала хакимиәтенән билдәләүҙәренсә, контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр бындай пункттарҙа хеҙмәткә инеү тәртибе, йыйыу шарттары, кәрәкле документтар, тейешле түләүҙәр һәм гарантиялар тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.

"Өфө РБК" мәғлүмәттәре буйынса, мобиль пункттар асыу инициаторҙары булып йәмәғәт ойошмалары сығыш яһаған. Кисә пункттар “тест” режимында эшләгән. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала Башҡортостандың башҡа ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә лә ошондай пункттар асыласаҡ. Бындайҙар илдең башҡа төбәктәрендә лә эшләй.

Фото сығанағы: "Башкирия Online".

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: