Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Март 2023, 13:30

Республика Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлегенә баһа бирелде

Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзаларының, хакимиәт башлыҡтарының, депутаттарҙың эшен ниндәй бурыстарҙы һөҙөмтәле үтәүенә ҡарап билдәләйәсәк?

Республика Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлегенә баһа бирелде
Республика Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлегенә баһа бирелде

Бөгөн Өфөлә мөһим сәйәси ваҡиға – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се ултырышында Хөкүмәттең 2022 йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе тикшерелде. Был Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы башҡарыла. Төп доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Республика етәксеһе Радий Хәбиров былтырғы эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.

– 2022 йылдың башында тарихыбыҙҙа аналогы булмаған яңы хәл килеп тыуҙы. Беҙгә бығаса күрелмәгән санкция баҫымы яһалды. Шулай ҙа бирешмәнек, тыныслыҡ һаҡлап, яңы логистик бәйләнештәр һәм контакттар төҙөнөк. Махсус хәрби операция, өлөшләтә мобилизация, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам итеү сиктәрендә беҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы бергәләп хәл иттек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам мәсьәләләре менән шөғөлләндек. Беҙҙең тәүге бурыс иҡтисадты һаҡлап ҡалыу булды. Был - республика үҫешенең, социаль йөкләмәләрҙе үтәүҙең нигеҙе, – тип башланы сығышын Радий Фәрит улы.

Беҙҙең күрһәткестәр күп йәһәттән яҡшы. Йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 102,7 процент тәшкил итте, был илдәге уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. Ике йыл рәттән республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында төбәктәр араһында иң яҡшыһы тип танылды.

Беҙ Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының пилот төбәге булараҡ кластер моделен уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, кластерҙар һаны буйынса алдынғы урынға сыҡтыҡ. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы икенсе тапҡыр илдә иң йылдам үҫешеүсе тип танылды.

Аграрийҙарыбыҙ рекордлы – биш миллион тонна – иген уңышы йыйып алды. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 28 процентҡа артты.

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса тарихи максимумға – өс миллион квадрат метрға өлгәште.

– Тышҡы иҡтисади секторҙы үҫтереү менән етди шөғөлләндек, – тине республика етәксеһе сығышында. – 2022 йылды тулыһынса тиерлек сәфәрҙә үткәрҙек. Беҙҙең өсөн элекке һәм яңы партнерҙарыбыҙ менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим. Айырыуса Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Иран, Үзбәкстан менән. Был эш һөҙөмтәһендә ошо илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнеше үҫә, беҙҙең өсөн мөһим күләмле проекттар тормошҡа ашырыла. Икенсе бурыс – оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына булышлыҡ итеү. Бөгөн уларҙың армияны бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү планында етди заказдары бар. Һәм беҙ был предприятиеларға, иң элек хеҙмәт ресурстарына, ныҡлы булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Шуныһы мөһим, республикала эшһеҙлек бик түбән кимәлдә – 3,4 процент.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында урта һөнәри белем биреү системаһын нығытыуҙа мөһим аҙымдар яһалды. Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр урта һөнәри белем биреү учреждениелары өсөн былтыр ярты миллиард һум аҡса бүленде, 11 колледж бинаһы ремонтланды. Быйыл – тағы 300 миллион һум.

– Өсөнсө бурыс – инвестициялар йәлеп итеү. Сәнәғәтебеҙ әүҙем үҫешһен өсөн тулы инвестиция ҡоралын булдырҙыҡ. Республика Милли инвестиция мөхите рейтингында алдынғы биш төбәк исемлегендә позицияларын һаҡлап ҡалды. Былтыр тәүге тапҡыр 500 миллиард һумлыҡ сикте үттек, алты процентҡа тиерлек күтәрелдек. Дөйөм алғанда, дүрт йыл эшләү осоронда – 40 процентҡа. Был – илдә иң юғары һөҙөмтәләрҙең береһе, – тине республика етәксеһе.

Һис шикһеҙ, иҡтисадтағы уңыштар беҙгә социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә булышлыҡ ҡыла.

– Үҙем өсөн социаль сәйәсәт сифатының төп күрһәткесен билдәләнем. Был - көтөлгән ғүмер оҙайлығы. Бер ни ҙә ошо күрһәткес кеүек кешеләрҙең кәйефен, ижтимағи кәйефте, йәшәү кимәлен сағылдырмай. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы беҙҙә 73 йәшкә етте. Һуңғы өс йылда илдә 50-се урындан 23-сөгә күтәрелдек. Ә Волга буйы федераль округында – 11-ҙән өсөнсөгә. Республика тәүге тапҡыр бер юлы 3,5 йылға алға китә алды! Был – берлектәге эшебеҙҙең мөһим һөҙөмтәһе. Беҙ юл фажиғәләрендә һәм янғындарҙа үлемгә, ялған алкоголь менән ағыуланыуға, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәшәбеҙ. Был эш һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Шул уҡ ваҡытта бөгөн кешеләрҙең беҙҙән күберәкте көтөүен яҡшы аңлайым. Республикала йәшәү сифатын күтәреүҙе билдәләгән бөтә йүнәлештәр буйынса артабан комплекслы эш кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы төрлө тармаҡтарға айырым туҡталып үтте. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау. Һуңғы йылдарҙа беҙҙә медицина учреждениелары күп төҙөлә. 16 объектты, шул иҫәптән Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, ун поликлиниканы һәм башҡа объекттарҙы проектлау, төҙөү бара.

Икенсенән, кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Башҡортостан үҙгәрә, яңы парктар, майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. Былтыр ғына 138 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Радий Хәбиров Өфөгә айырым туҡталды. Әле баш ҡалала юбилейға әҙерлек бара, шуға күрә финанслау арта. Өфө матурлана, төҙөкләндерелә, тәртипкә килтерелә, ихаталар, подъездар ремонтлана.

– Ошо мөһим дата уңайынан баш ҡалала бик күп транспорт мәсьәләләрен хәл итәбеҙ. Быйыл “Көнсығыш сығыу юлы”н тапшырырға, “Көньяҡ ҡапҡа” буйынса эште дауам итергә тейештәр. Юбилейға Ағиҙел йылғаһы аша тарихи күперҙе яңыртыуҙы ла тамамларға кәрәк тип иҫәпләйем, – тине ул. – Әммә бөтә был тырышлыҡтар ғына етмәй. Өфөнөң ҙур юл объекттары буйынса финанслау йәлеп итеү мәсьәләһен өйрәнергә кәрәк. Улар – Кузнецов Затоны биҫтәһендә Ағиҙел аша күпер һәм “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәге эргәһендә юл үткәргесе менән Көньяҡ урау юлы, шулай уҡ Интернациональ урамы башындағы күпер менән Салауат Юлаев проспектының дауамы. Башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ. Һүҙ 100 миллиард һум самаһы аҡса һалыу тураһында бара.

Төбәк Башлығы гуманитар, фән, мәҙәниәт тармағындағы эштәргә лә ҙур иғтибар бирҙе.

– Рәсәй Президенты ҡарары менән иғлан ителгән Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә беҙ иҡтисадта перспективалы фәнни-технологик нигеҙҙәр өсөн база булдырыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ошо йүнәлештә эшләү өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелде. Төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең беренсе милли рейтингында Башҡортостан биш лидер иҫәбенә инде һәм юғары дүртенсе урынды биләне. Ғилми-белем биреү үҙәктәренең бурысы – алдынғы ғилми эшләнмәләрҙе реаль производствоға туранан-тура индереү. Был – үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы бурыс, – тине ул.

Иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең киләсәге – һанлы форматҡа күсереүҙә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һанлы трансформация рейтингында 33-сө баҫҡысҡа күтәрелгән һәм илдә алтынсы урынға сыҡҡан. Был эште дауам итергә ҡушылды.

Тағы бер ҙур эш – вуз-ара студенттар кампусы проектын тормошҡа ашырыла башланы. Өфө фән һәм технологиялар университеты асылды. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан өс юғары уҡыу йорто, бер миллиард һумдан ашыу күләмдә финанс ярҙамы алып, “Өҫтөнлөк 2030” күләмле федераль үҫеш программаһын тормошҡа ашыра. Президент программаһы ярҙамында мәктәптәр капиталь ремонтлана.

Радий Фәрит улы туризм тармағын үҫтереүгә лә туҡталды. “Бөгөн беҙ Башҡортостанды бар Рәсәйгә, бөтә донъяға асабыҙ. Республика туристар йәлеп итеү рейтингы лидерҙары иҫәбенә инә. Былтыр Башҡортостанға ике миллионға яҡын турист килгән. Был күрһәткес буйынса округта тәүге өсәү иҫәбендәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең потенциал ярайһы юғары. Шуға күрә яңы маршруттар төҙөйбөҙ, заманса туристик объекттар, мәҫәлән, “Шүлгәнташ” тарихи-музей комплексын булдырҙыҡ. Евразия күсмә цивилизациялар музейын һәм башҡа музей объекттарын төҙөү проекттарына тотондоҡ. Геологик, танып белеү, сәнәғәт туризмын тулы ҡеүәтенә үҫтерәбеҙ”, – тине ул.

Радий Хәбиров үҙенең сығышын махсус хәрби операция темаһы менән тамамлап ҡуйҙы.

– Тәү сиратта махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып ҡала. Республика ирекле өс батальон ойошторҙо, улар бөгөн хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Беҙ һәр ваҡыт мобилизацияланғандар менән бәйләнештә торабыҙ. Шуларҙың меңгә яҡыны бер нисә көндән республикаға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтасаҡ. Беҙ уларға, әлбиттә, ярҙам итергә тейеш. Егеттәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә, айырыуса һәләк булған геройҙарыбыҙға булышлыҡ күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ.

Һәр берегеҙҙең – Хөкүмәт ағзаларының, хакимиәт башлыҡтарының, депутаттарҙың эшен махсус хәрби операция менән бәйле бурыстарҙы ни тиклем һөҙөмтәле хәл итеүенә ҡарап баһалаясаҡмын, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: