Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2023, 21:10

"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"

Башҡортостандың “Хәрби туғанлыҡ” етәксеһе Бишбүләк районының әүҙемселәре менән осрашты.

"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"
"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"

“Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, яугир-интернационалист Альберт Шаһиморатов республиканың көньяҡ-көнбайышы буйлап сәфәре барышында 29 мартта Бишбүләк районы хакимиәтенең тамаша залында райондың активы һәм контракт хеҙмәте буйынса армия сафына яҙылырға теләгән кандидаттар менән осрашты. Сара барышында шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының контракт менән йыйыу буйынса инструкторы Денис Тимофеев сығыш яһаны.

Осрашыу мәле ялда булған мобилизацияланған егеттәрҙе махсус хәрби биләмәгә оҙатҡан саҡҡа тура килгән. Матур теләк һүҙҙәре әйтеп, уларҙы район хакимиәтенән оҙаттылар.

Осрашыу барышында Альберт Шаһиморатов халыҡ-ара хәл-торошо һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың данлы йолалары хаҡында һөйләне, хеҙмәт тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә саҡырҙы.

Альберт Шаһиморатов:

– Бөгөн планлы осрашыу булды, 1 апрелдән сроклы хеҙмәткә саҡырыу башлана, өҫтәүенә был ваҡытта контракт буйынса саҡырыу алып барыласаҡ. Был саҡырыу шулай уҡ планлы характерҙа. Бында аңлашыла, хәҙерге халыҡ-ара хәлдә һәм махсус хәрби операция шарттарында был эш ойошторола. Шуға ла бында бер яҡтан ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәтселек, ирекмәндәр өсөн идеологик эш булһа, икенсе яҡтан – контракт буйынса хеҙмәткә граждандарҙы йыйыу менән шөғөлләнгән Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариаты аңлатыу эшен алып барҙы. Йәғни был йәш параметрҙары, контракт буйынса түләүҙәр, граждандарҙың социаль льготалары менән күренеш. Күп осраҡ буйынса әүҙемселәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары тейешле мәғлүмәткә эйә һәм мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барыла. Бында илһөйәрлек, күтәренке кәйеф һиҙелә һәм был ветерандарыбыҙҙың һуңғы ҡаҙанышы түгел тип уйлайым, улар аңлай һәм аңлата, был быуын традициялары тураһында һөйләй.

Бишбүләк районының Афған ветерандар советы рәйесе Вилмир Әхмәтйәнов:

– Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт хеҙмәте булманы. Әммә һуңғы ваҡытта контракт хеҙмәте барлыҡҡа килде. Беҙ саҡырыу буйынса хеҙмәт итергә киттек, заман үҙгәрә, хәҙер беҙгә контракт хеҙмәте кәрәк. Хәҙер иһә дәүләттән ҙур ярҙам килә.

Осрашыу барышында түңәрәк өҫтәл артында райондың ветерандар Советы етәкселәре менән көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Уның йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер ир-егеттәр контракт буйынса хеҙмәткә инергә теләк белдерҙе һәм хәрби комиссариатҡа юлланды.

Фото: vk.com/officialbiz

"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"
"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"
"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"
"Беҙ хеҙмәт иткән заманда контракт төҙөү булманы"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: