Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
31 Март 2023, 20:10

Владимир Путин яҙғы саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Мартта Дәүләт Думаһына Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен арттырыу тураһында закон проекты индерелде.

Владимир Путин яҙғы саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин яҙғы саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Яҙғы хеҙмәткә саҡырыу 1 апрелдә башлана һәм 15 июлгә тиклем дауам итә, Ҡораллы көстәргә 147 мең кешене йыйыу планлаштырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡта указға ҡул ҡуйҙы.

Уҙған йылдың яҙында Президент 134,5 мең кешене, 2022 йылдың көҙөндә 120 мең кешене саҡырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Көҙөн был ваҡыт өлөшләтә мобилизация үткәреү сәбәпле күсерелә: 1 октябрь урынына саҡырыу 1 ноябрҙән башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итте.

18 йәштән 27 йәшкә тиклемге граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Мартта Дәүләт Думаһына Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен арттырыу тураһында закон проекты индерелде: түбәнге сик — 18 йәштән 21 йәшкә тиклем, юғарғы сик — 27 йәштән 30 йәшкә тиклем. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшенең юғарғы сиген 2024 йылдың 1 ғинуарынан уҡ күтәрергә тәҡдим ителә.

Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшенең түбәнге сиген арттырыу этаплап үтәсәк: 2024 йылдың 1 ғинуарынан – 19 йәшкә тиклем, 2025 йылдың 1 ғинуарынан – 20 йәшкә тиклем һәм 2026 йылдың 1 ғинуарынан – 21 йәшкә тиклем. 27 - 30 йәшлек запастағы һәм законлы нигеҙһеҙ хеҙмәт итмәгән граждандар теләгәнсә хеҙмәт итә ала. Әлегә закон проекты ҡаралмаған.

Фото: m24.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: