Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Апрель 2023, 19:00

"Ватан һаҡлаусылар" фонды булдырылды

Владимир Путин йыл мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта әйткәйне.

"Ватан һаҡлаусылар" фонды булдырылды
"Ватан һаҡлаусылар" фонды булдырылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Рәсәй Хөкүмәте фондты ойоштороусы булып тора. Фонд федераль бюджет аҡсаһынан, ирекле иғәнәләрҙән, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан формалаштырыла. Фондтың маҡсаты – хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү.

Фондтың күҙәтеү советы рәйесе итеп Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тәғәйенләнгән. Уның составына федераль министрҙар, Дәүләт Думаһы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән.

Фондтың попечителлек советын хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков етәкләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Владимир Путин йыл мөрәжәғәтнамәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса махсус фонд булдырыу тураһындағы ҡарары тураһында хәбәр иткәйне.

Фото: m.daytimenew.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: