

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән йәмәғәт башланғысында Рәнис Хәсәнов Башҡортостан Башлығының балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсе итеп тәғәйенләнде.
Белешмә:
Хәсәнов Рәнис Рәмил улы 1992 йылдың 11 майында Өфөлә тыуған. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда “Салют-Торг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мерчандайзер булып башлай.
2010-2011 йылдарҙа – “Энергетик” үҙәгендә түңәрәк етәксеһе, вожатый.
2013-2018 йылдарҙа – “Башнефть-Сервис НПЗ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең линия торба үткәреүсеһе.
2019-2020 йылдарҙа – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының “Башнефть-Өфөнефтехим” филиалында смена мастеры, линия торба үткәреүсеһе.
2020-2022 йылдарҙа – “Лукойл-Уралнефтепродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең нефть базаһы мастеры.
2022 йылда – “Росгазификация” акционерҙар йәмғиәтенең техник контроль бүлеге инженеры.
2022 йылдың декабренән – Башҡортостан Республикаһы “Беренселәр хәрәкәте” балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.