Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һәм республикала теркәлгән коммерция булмаған ойошмалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Был сара быйыл Башҡортостанда һайлауҙарҙа күҙәтеүҙә гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәрен ҡатнашыу маҡсатын күҙ уңында тотто.
Башҡортостандың Йәмәғәт Палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Иҫәргәкова бөгөнгө осрашыуҙың һайлауҙарҙың асыҡ үтеүен тәьмин итеү йәһәтенән әһәмиәтле булыуын билдәләне:
- Республикабыҙҙы мөһим саралар көтә – быйыл көҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға депутаттар һайланасаҡ. Беҙҙең маҡсат – һайлауҙарҙың асыҡ булыуын тәьмин итеү. Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап коммерция булмаған ойошмаларға мөрәжәғәт иттек. Йәмәғәт күҙәтеүселәрен үҙебеҙ әҙерләйәсәкбеҙ һәм улар һайлауҙар ваҡытында участка һайлау комиссияларында эшләйәсәк. Яҡынса 6,5 мең кешене әҙерләү ниәтләнә. Быны күҙ уңында тотоп, бөгөн 17 коммерция булмаған ойошмалар менән килешеү төҙөлә, - тине ул.
“Башҡортостан Республикаһының журналистар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, “Республиканың муниципаль берәмектәр” ассоциацияһы, “Башҡортотсандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы” төбәк йәмәғәт хәрәкәте һәм башҡа байтаҡ ойошма етәкселәре ҡатнашты сарала.
Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә әүҙем эшләүселәргә был көндө Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.
Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан“ ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һәм коллектив Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Автор фотолары.