Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Апрель 2023, 13:50

"Бындай күсмә саралар беҙгә биләмәләр тәжрибәһен тәрәнерәк, комплекслы өйрәнергә ярҙам итә"

Октябрьский ҡалаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтте.

"Бындай күсмә саралар беҙгә биләмәләр тәжрибәһен тәрәнерәк, комплекслы өйрәнергә ярҙам итә""Бындай күсмә саралар беҙгә биләмәләр тәжрибәһен тәрәнерәк, комплекслы өйрәнергә ярҙам итә"
"Бындай күсмә саралар беҙгә биләмәләр тәжрибәһен тәрәнерәк, комплекслы өйрәнергә ярҙам итә"

Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышы үтте. Депутаттар менән берлектә унда Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Михаил Закомалдин, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова, Башҡортостан Республикаһы Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ҡатнашты.

Ултырыш башланыр алдынан депутаттар комитеттар профиленә ярашлы айырым программа буйынса Октябрьскийҙың бер нисә объектында булды. Күсмә сара программаһына бөтәһе 30-ға яҡын объект, шул иҫәптән сәнәғәт предприятиелары һәм социаль өлкә учреждениелары индерелгән. Атап әйткәндә, депутаттар 1-се ҡала дауаханаһының Перинаталь үҙәгендә булды, “Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы” технопаркында булды, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу буйынса эксперименталь майҙансыҡты ҡараны. “Башҡорт фарфоры” йәмғиәте, “Альтернатива” йәмғиәте, “Паркер” йәмғиәте һәм башҡа етештереүсе предприятиелар иғтибар үҙәгендә булды. Шулай уҡ комитеттар граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итте.

2-се гимназия майҙансығында балалар коллективтарында эҙәрлекләү (буллинг) осраҡтарын иҫкәртеү мәсьәләһе буйынса эшсе төркөмдөң күсмә ултырышы үтте. Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы вәкилдәре граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтте.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә урынлашҡан ирекмәндәр батальонын ойоштороу эше менән танышты. Штаб начальнигы Альберт Шайморатов һүҙҙәренсә, бында бик күп ирекмәндәр килә, уларға консультация ярҙамы күрһәтелә. Кәрәкле документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң теләгән һәр кем медицина тикшереүе үтеүгә ебәрелә, шунан һуң хәрби хеҙмәткәрҙәр сафына алынырға мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе шулай уҡ ирекмәндәр батальонын ойоштороу буйынса штабтарҙың зона кәңәшмәһен үткәрҙе, унда республиканың биш көнбайыш районы вәкилдәре ҡатнашты. Оборона министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре, ирекмәндәргә социаль ярҙам саралары тикшерелде. Константин Толкачев депутаттарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса алып барылған эше тураһында хәбәр итте.

Сәфәр барышында парламент рәйесе шулай уҡ ҡалала асылған ирекле батальондар штабының консультация биреү пункттарының береһендә булды.

Президиум ултырышы Октябрьский ҡалаһының “Милли мәҙәниәттәр үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһы майҙансығында үтте. Уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.

– Республикала депутаттар бармай ҡалған урындар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, бындай күсмә саралар беҙгә биләмәләр тәжрибәһен тәрәнерәк, комплекслы өйрәнергә ярҙам итә, – тине Константин Толкачев. – Күсмә ултырыш йомғаҡтары буйынса ҡала халҡы өсөн файҙалы ҡарарҙар ҡабул итеүгә сығырбыҙ, тип ышанам. Күсмә саралар үткәреү даими практикаға инәсәк.

Парламент рәйесе Президиум ултырышын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай наградаларын тапшырыу тантанаһы менән башлап ебәрҙе. Бүләкләнеүселәр араһында ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән уҡытыусылар, төрлө учреждениелар, сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре бар.

Депутаттар Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелевтың “Октябрьский ҡалаһы ҡала округының социаль-иҡтисади үҫеше: 2022 йыл өсөн йомғаҡтар һәм 2023 йылға пландар” темаһына мәғлүмәтен тыңланы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы парламенттың сираттағы ултырышын 25 апрелгә тәғәйенләне һәм уның көн тәртибен билдәләне. Ултырыш 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы эше тураһында отчет тыңлауҙан башланасаҡ. Шулай уҡ депутаттар иғтибарына Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында доклады тәҡдим ителәсәк.

Ултырыштың көн тәртибенә бөтәһе 50 мәсьәлә индерелгән. Уларҙың күбеһе республика закон проекттары һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары менән бәйле. Республика закондарының 20 проекты депутаттар тарафынан тәүге тапҡыр ҡараласаҡ. Тағы ла етеһен икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеү планлаштырыла.

Ултырыштың көн тәртибен тикшереү тамамланғас, депутаттар Октябрьский ҡалаһы объекттары буйлап ойошторолған сәйәхәт тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ҡаланың иң ҡыҙыҡлы, алдынғы эшен билдәләне һәм хәл итеүҙе талап иткән бер нисә мәсьәләне күрһәтте.

Мәҫәлән, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса парламент комитеты рәйесе Рида Собханҡолова 1956 йылда төҙөлгән буш торған “Фонтан” кинотеатры бинаһын республика милкенән муниципалитет милкенә тапшырыу кәрәклеге тураһында фекерен белдерҙе. Бина реконструкция талап итә.

– Ҡала объектты үҙ милкенә ала ала. Реконструкцияға аҡса һалырға әҙер инвесторҙар бар. Был майҙансыҡта патриотик фильмдар күрһәтеүҙе, ижади түңәрәктәр эшен ойошторорға мөмкин. Мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе Николай Хорошилов ағын һыуҙарҙы таҙартыу проблемаһын билдәләне һәм уны кисекмәҫтән проект-смета документацияһын әҙерләүҙән башларға тәҡдим итте. Шулай уҡ, депутат фекеренсә, яңы биҫтәлә мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөргә кәрәк, – тине Рида Собханғолова.

Ҡала халҡы депутаттарҙы ҡабул иткәндә бер нисә проблема билдәләне. Был етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, коммуналь түләүҙәр иҫәпләү, күсмә эттәр һанын көйләү проблемаһы һәм башҡалар.

– Президиумдың эшен тамамлайбыҙ, ләкин бөгөн күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эште тамамламайбыҙ. Эҙмә-эҙлекле эш итәсәкбеҙ, – тине Константин Толкачев.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас