

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Азамат Абдрахманов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Белешмә:
Абдрахманов Азамат Фәрит улы 1979 йылдың 26 июнендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
2004 йылда – Республика ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге директоры.
2004-2006 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының төп белгесе, Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы ассистенты.
2006-2011 йылдарҙа – Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Дәүләт граждандар һәм муниципаль хеҙмәт бүлегенең баш белгесе, дәүләт, муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар бүлеге мөдире урынбаҫары, Дәүләт-хоҡуҡ идаралығының закондар сығарыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бүлеге советнигы, дәүләт граждандар һәм муниципаль хеҙмәт бүлеге мөдире, Дәүләт граждандар хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы начальнигы.
2011-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.
2019 йылда – Ишембай районы хакимиәте башлығының иҡтисади һәм финанс мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
2019-2021 йылдарҙа – Ишембай районы хакимиәте башлығы.
2021-2023 йылдарҙа – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры.
Салауат Юлаев, генерал Шайморатов орден менән бүләкләнгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.