Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Май 2023, 16:00

Паспортығыҙҙы бирә күрмәгеҙ

Бындай осраҡтарҙа штраф менән ҡурҡытығыҙ. Тулыраҡ аңлатабыҙ.

Паспортығыҙҙы бирә күрмәгеҙ
Паспортығыҙҙы бирә күрмәгеҙ

“Самокатты прокатҡа алып торорға теләгәйнем, минән паспортымды ҡалдырыуҙы һоранылар. Был законлымы?

Фәнис.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы”.

- Ҡануниәткә ярашлы, паспортты залог урынына файҙаланырға ярамай. Өҫтәүенә прокатҡа биреп торған ойошмаларҙың һеҙҙең документығыҙ өсөн бер ниндәй яуаплылығы юҡ. Хоҡуҡ нормаларына ҡарағанда, залог – ул йөкләмә, бурыс. Был – залог һатыла һәм уның иҫәбенә сығымды компенсациялау тигән һүҙ. Ә паспорт иһә был категорияға ҡарамай. Уны ҡалдырып торорға тигән талап – административ хоҡуҡ боҙоу. Уның өсөн штраф ҡаралған.

Фото: bav-eot.livejournal.com

 

 

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас