Алимент түләмәгән әсәне төрмәгә ултыртҡандар

Ғүмеренең бер йылын ул колонияла үткәрәсәк.

Алимент түләмәгән әсәне төрмәгә ултыртҡандарАлимент түләмәгән әсәне төрмәгә ултыртҡандар
Алимент түләмәгән әсәне төрмәгә ултыртҡандар

Октябрьский ҡалаһында күп балалы әсә бурыстарынан ҡотолорға теләүе, тик хөкөмгә тарттырылған булыуы сәбәпле, үҙен эшкә алмауҙары тураһында белдергән. Ул алимент түләүҙән баш тартмаған, тик үҙе лә ата-әсәһе, ваҡытлыса килеп сыҡҡан эш иҫәбенә йәшәгән, тип хәбәр итте Октябрьский ҡалаһы судының матбуғат хеҙмәте.

Суд күп балалы әсәнең үҙ ғәйебен таныуын, үкенеүен язаны йомшартҡан хәл тип таныған. Һөҙөмтәлә хоҡуҡ органы ҡатынды бер йылға иркенән мәхрүм итеү тураһындағы ҡарар ҡабул иткән. Был ваҡытты ул колонияла үткәрәсәк.

Фото: bash.news/news

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас