Ниндәй осраҡта ер участкаһын бушлай рәсмиләштереп була?

Ер участкаһын хосусилаштырыу хоҡуғынан 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланырға мөмкин.

Ниндәй осраҡта ер участкаһын бушлай рәсмиләштереп була?Ниндәй осраҡта ер участкаһын бушлай рәсмиләштереп була?
Ниндәй осраҡта ер участкаһын бушлай рәсмиләштереп була?

“1998 йылға тиклем төҙөлгән өй урынлашҡан ерҙе хосусилаштырып була, тип ишеткәйнем...

З. НӘБИЕВ”.

– Башҡортостанда йәшәүселәр өйө урынлашҡан ерҙе шәхси милкенә бушлай алыу хоҡуғына эйә. Бындай закон Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителде.

Хосусилаштырыуға 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән өй аҫтындағы ер участкалары тәҡдим ителә. Был хоҡуҡ иһә түбәндәге документтар менән раҫлана:

* Йортта 1998 йылдың 14 майына тиклем даими йәшәүҙе йәки торлаҡты ошо ваҡытҡа тиклем төҙөүҙе раҫлаған дәлилдәр;

* 1998 йылдың 14 майына тиклем торлаҡ йортто төҙөүгә йәки уны файҙаланыуға рөхсәт документының алыныуы.

Ер участкаһын хосусилаштырыу хоҡуғынан 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ.

Белгестәрҙең хәбәр итеүенсә, был осраҡта милек өсөн һалым түләү ҡаҙнаны тулыландырыуға булышлыҡ итә, милексегә айырым осраҡтарҙа үҙ милкен раҫлау өсөн аныҡ дәлилдәр була.

178-се Федераль законға ярашлы, Рәсәйҙең һәр гражданы муниципаль йәки дәүләт милкенә ҡараған бер генә объектты хосусилаштырыу хоҡуғына эйә.

Фото:  pro-dachnikov.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас