Бөтә яңылыҡтар

Балалы ғаиләләр ҡайһы осраҡта һалымдан азат ителә?

Май аҙағында – июнь башында түбәндәге закондар ғәмәлгә инәсәк...

Балалы ғаиләләр ҡайһы осраҡта һалымдан азат ителә?
Балалы ғаиләләр ҡайһы осраҡта һалымдан азат ителә?

Май аҙағында – июнь башында түбәндәге закондар ғәмәлгә инәсәк.

29 майҙан балалары булған ғаиләләр ер һатҡанда физик шәхестәр килеменә һалым (НДФЛ) түләмәйәсәк. 2021 йылдан ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр, әгәр ошо йылда аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонһа, фатир йәки йортто һатҡанда НДФЛ түләүҙән азат ителә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Улар элекке хеҙмәт урын буйынса бирелгән торлаҡты файҙалана ала. Етем балалар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – дәүләттән өҫтөнлөклө рәүештә фатир һатып алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар паспортты һәм водитель танытмаһын тергеҙеүгә дәүләт иғәнәһенән азат ителә.

Тағы НДФЛ тәү сиратта төбәк бюджеттарына йәлеп ителәсәк. Был аҡсаның төбәккә үҙ ваҡытында килеүен тәьмин итәсәк һәм тотороҡло финанслауҙы тәьмин итәсәк.

1 июндән вейптарҙы һәм кальяндарҙы һатыуҙа сикләүҙәр индерелә. Хәҙер улар менән магазиндарҙа һәм павильондарҙа ғына сауҙа итеп буласаҡ. Уларҙы магазиндарҙа асыҡ күрһәтеү ҙә тыйыла.

Күп функциялы үҙәк аша яҙма рәүештә идентификациялау маҡсатында биометрия йыйыуҙан баш тартырға мөмкин буласаҡ.

Граждандар ҡайһы бер ойошмалар, мәҫәлән, оборона-сәнәғәт комплексы йәки критик инфраструктура субъекттары биләмәһен үткәндә идентификацияланасаҡтар.

17 июндән Украина гражданлығынан еңел баш тартып буласаҡ. Бының өсөн Рәсәйҙәге эске эштәр органдарына ғариза яҙыу етә.

29 июндән һәр кем тауар билдәһен теркәтә аласаҡ. Хәҙер был хоҡуҡтан үҙмәшғүлдәр һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр буйынса хеҙмәт күрһәтеүселәр файҙалана аласаҡ. Быға тиклем ойошма-предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар ғына файҙалана ала ине.

Фото, сығанаҡ: Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: