Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июнь 2023, 14:20

Иң мөһиме - балалар!

Владимир Путин рәсәйҙәрҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотланы. 

Иң мөһиме - балалар!Иң мөһиме - балалар!
Иң мөһиме - балалар!

Илебеҙ Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотланы.

“Беҙҙең демографияла, белем биреүҙә, иҡтисадта, хәүефһеҙлек өлкәһендә башҡарған барлыҡ эштәребеҙ ҙә киң мәғәнәлә иң мөһим әйбергә арналған: беҙҙең балалар, йәштәр бәхетле булып үҫһен, имен суверенлы илдә йәшәһен өсөн”, тине ул.

Рәсәй Президенты билдәләүенсә, илдең социаль сәйәсәтенең иң мөһим өҫтөнлөгө – ғаиләләр тураһында хәстәрлек һәм балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү.

Байрам менән!


#ДетиподЗащитой

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас