Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Июнь 2023, 11:30

Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк

Бөгөн был турала килешеүгә ҡул ҡуйылды

Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәкЮридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы менән Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы, шулай уҡ Башҡортостандың адвокаттар палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Был фонд Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 31 майҙа Өфөлә асылғайны.

Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына үҙ-ара килешеп эш итеү сиктәрендә тулы квалификациялы һәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеләсәк, законлы хоҡуҡтарҙы үтәү мәсьәләләре буйынса консультациялар ойоштороласаҡ, яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт биреләсәк һәм көнкүреш, тормош мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәктәр.

Документҡа “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, БР Адвокаттар палатаһы рәйесе Булат Йомаҙилов һәм Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы директоры Павел Хотемлянский ҡул ҡуйҙы.

Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был фондҡа халыҡ тәүге көндән алып әүҙем мөрәжәғәт итә. Әлеге килешеүҙәр иһә яугирҙәргә һәм уларҙы ғаиләһе ағзаларына ваҡытлы һәм бушлай юридик ярҙам алыу өсөн бик кәрәк.

– Беҙҙең фондҡа шылтыратыуҙар һәм мөрәжәғәтәр күп. Район-ҡалаларҙа ла беҙең координаторҙар булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр Өфөгә килеп кәңәшләшергә теләй. Яңыраҡ Әбйәлил районынан килделәр, уарҙың бер юлы ике һорауы бар ине һәм улар ҡатмарлы ине. Дөйөм алғанда, медицина, психологик, юридик ярҙамға бәйле ҡатмарлы һорауҙар менән киләләр. Барыһы ла көнкүрештән алынған ябай һорауҙар кеүек – мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштерергә, баланы дауаланырға ебәрәрге, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм башҡалар. Беҙ яугирҙәргә социалләшергә, хеҙмәттән һуң адаптация үтергә, эшкә урынлашырға ярҙам итәбеҙ. Бының өсөн ойошмалар һәм предприятиелар менән эшләйбеҙ, вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнашаыбыҙ. Күсмә юридик саралар, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрәбеҙ, – тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Юридик ярҙам бушлай күрһәтеләсәк
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас