

Бөгөн, 27 июндә Башҡортостанға Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко килде. Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында Рәсәй парламентының юғары палатаһы спикерын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Республиканың баш ҡалаһында Валентина Матвиенко X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы программаһында ҡатнаша. Федерация Советы рәйесе саммиттың төп майҙансыҡтарына, шул иҫәптән халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә һәм “Евразия йөрәгендә Славян баҙары” сәнғәт фестиваленә барасаҡ. Ә 28 июндә Валентина Матвиенко форумдың пленар ултырышында ҡатнаша.
Фото: polit.ru