

X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында ҡатнашыусылар гуманитар хеҙмәттәшлекте һәм Союз дәүләттәре институттарын үҫтереүҙә һәм камиллаштырыуҙа заманса мәғлүмәт технологияларының ролен тикшерҙе.
Был көндәрҙә “Торатау” конгресс-холы майҙансығында күләмле сара – X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы бара. Сара барышында түңәрәк өҫтәлдәр һәм ултырыштар ойошторола. Уларҙың береһе – “Рәсәй менән Беларусь гуманитар хеҙмәттәшлеге. Тиҫтә йыл йомғаҡтары һәм үҫеш перспективалары” күргәҙмәһен ҡараны. Һәм ул, ғәҙәти булмағанса – музыкаль сәләм менән башланды.
Артабан сессияла ҡатнашыусылар төп көн тәртибенә күсте. Әйткәндәй, ул Беларусь Республикаһының Бойондороҡһоҙлоҡ көнө алдынан үткәрелә. Дөйөм алғанда, форум кеүек үк. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ошоға иғтибар итте лә инде.
– Беларусь Республикаһының Бойондороҡһоҙлоҡ көнө 3 июлдә, 1944 йылда Минскиҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеү көнөндә билдәләнә. Һәр беребеҙҙә фашизмды емергән атай-олатайҙарыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек бар тип ышанам, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Рәсәйҙең, Беларусь Республикаһының күп милләтле халыҡтары ысын мәғәнәһендә туғандаш булып тора. Тормош үҙе быны раҫлай: беҙ бергә көслөрәк, яңы саҡырыуҙарға һәм именлеккә янаған хәүефтәргә һөҙөмтәле ҡаршы торабыҙ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2023 йылдың мартында Рәсәй һәм Беларусь йәш ғалимдары конгресы үтте, уның йомғаҡтары буйынса Союз дәүләттәренең һәләтле йәштәренә ярҙам итеү өсөн маҡсатлы инструменттар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта Рәсәй вуздарында 130 меңдән ашыу белорус студенты белем ала. Ә бөгөн генә Өфө форумында хеҙмәттәшлек тураһында 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Лилиә Ғүмәрова иҫәпләүенсә, тарихи белем биреү, шул иҫәптән патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләре буйынса эшмәкәрлекте синхронлаштырыуға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк.
Был теманы Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм социаль үҫеш буйынса Даими комиссияһы рәйесе Ирина Старовойтова дауам итте.
– Гуманитар хеҙмәттәшлек – Союз дәүләттәре киңлегендә интеграцияның мөһим йүнәлештәренең береһе, сөнки ул социаль йүнәлешле бурыстарҙы хәл итеүгә булышлыҡ итә, – тине Ирина Старовойтова. – Ул бер туҡтауһыҙ тышҡы баҫым һәм күп һанлы санкциялар шарттарында айырым әһәмиәткә эйә була. Беҙгә тарихи дөрөҫлөктө бергәләп яҡларға, тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы сығырға, Икенсе донъя һуғышы йомғаҡтарын ҡайтанан ҡарарға, кәрәк.
Шулай уҡ форум сиктәрендә Союз дәүләте институттарын үҫтереүҙә һәм камиллаштырыуҙа заманса мәғлүмәт технологияларының роленә арналған сессия үткәрелде. Ултырышта ҡатнашыусылар һанлы программаларҙы тормошҡа ашырғанда ике илдең мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.