Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Июнь 2023, 10:05

Форумда ҡатнашыусыларҙы Владимир Путин сәләмләне

Рәсәйҙең яңы төбәктәре Белоруссия менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү яҡлы, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Владимир Путин сәләмләнеФорумда ҡатнашыусыларҙы Владимир Путин сәләмләне
Форумда ҡатнашыусыларҙы Владимир Путин сәләмләне

Бөгөн Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей форумы дауам итә. Уның пленар ултырышында ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Владимир Путин видемөрәжәғәт ебәргән.

Рәсәйҙең яңы төбәктәре Белоруссия менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү яҡлы, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.

“Төбәк-ара эш итеүгә ҡушылыуға Рәсәйҙең яңы төбәктәре лә ҡыҙыҡһыныу белдерә”, - тине Рәсәй Президенты.

Уның һүҙҙәренсә, РФ субъекттары һәм Белоруссияның бөтә өлкәләре тиерлек үҙ-ара файҙалы күп планлы бәйләнештәрҙе хуплай. Рәсәй Федерацияһы Президенты Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡырым һәм Севастополь белорус коллегалары менән партнерлыҡты әүҙемерәк төҙөй башлауын билдәләне.

Рәсәй дәүләте башлығы Рәсәй менән Белоруссия төбәктәренең ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек итеүен, шулай уҡ Союз дәүләте сиктәрендәге интеграция процестарын “ысын мәғәнәһендә союз мөнәсәбәттәренең йөрәге” тип атаны.

Владимир Путин төбәк-ара форумдың төбәктәр башлыҡтарын, парламентарийҙарҙы, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен, ике илдең эшлекле һәм эксперт даирәләре, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәрен йыйыуына иғтибар итте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, әлеге форумға Өфөгә бер мең самаһы Рәсәй һәм белорус делегаттары килгән.

“Миңә хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан меңгә яҡын делегат килгән. Улар форумдың рәсми программаһында, шулай уҡ уға арналған төбәктәрҙең хужалыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә, ике илдең сауҙа-сәнәғәт палаталарының берлектәге ултырышында һәм йәш парламентарийҙарҙың осрашыуында ҡатнашты.

Ике яҡлы партнёрлыҡ һәм Союз дәүләтен төҙөү буйынса мөһим практик мәсьәләләр спектры буйынса ысынлап та файҙалы һәм йәнле дискуссиялар үткәнен беләм. Төбәктәрҙең туранан-тура ҡатнашлығында хәл ителгән мәсьәләләр иҫәбендә сәнәғәт кооперацияһын тәрәнәйтеүҙе, аграр өлкәлә проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы, алдынғы мәғлүмәт технологияларын индереүҙе, гуманитар бәйләнештәрҙе һәм туристик алмашыуҙарҙы киңәйтеүҙе, йәмәғәт ойошмаларына һәм ирекмәндәр хәрәкәтенә ярҙам итеүҙе билдәләп үтергә кәрәк.

Форум барышында хеҙмәттәшлек һәм коммерция килешеүҙәре тураһында йөҙҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылыуы бик мөһим. Был иҫ киткес һөҙөмтә, ул, һис шикһеҙ, Рәсәйҙең һәм Белоруссияның артабанғы иҡтисади үҫешенә һәм ике ил иҡтисадының үҙ-ара бәйләнешен нығытыуға булышлыҡ итәсәк”, – тине Владимир Путин.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас