Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Июнь 2023, 08:15

Валентина Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике төбәк етәкселәре менән осрашты

Уларҙың икеһе лә Башҡортостан етәкселегенә сараны юғары кимәлдә ойошторған өсөн рәхмәт әйтте. 

Валентина Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике төбәк етәкселәре менән осраштыВалентина Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике төбәк етәкселәре менән осрашты
Валентина Матвиенко һәм Наталья Кочанова ике төбәк етәкселәре менән осрашты

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холы янындағы майҙанда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы барышында Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы Советы рәйесе Наталья Кочанова Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы субъекттарының дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашты. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Көн тәртибендә – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, үҙ-ара эш итеүҙең методик һәм норматив базаһын камиллаштырыу, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре.

Эш башында Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм форумды ойоштороусыларға ҙур әҙерлек эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Радий Фәрит улына һәм Башҡортостандың идара итеү командаһына ҙур рәхмәт. Сараларыбыҙ юғары кимәлдә уҙа. Логистика, бөтә объекттар һәм майҙансыҡтар эш өсөн бик уңайлы, – тине Валентина Матвиенко. – Форумдың эшлекле программа ғына сиктәренән сығыуы бик мөһим. Уның делегаттары һәм ҡунаҡтары спорт, мәҙәни, йәштәр сараларында ҡатнаша. Һәм, әлбиттә, мөһим өлөш – төбәк-ара, ведомство-ара, коммерция килешеүҙәре.

Рәсәй парламентының юғары палатаһы спикеры ике ил араһында тауар әйләнешенең ыңғай динамикаһын, шулай уҡ кооперация проекттарының артыуын билдәләне. Мәҫәлән, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының сауҙа әйләнеше 12 процентҡа артып, 45 миллиард долларға еткән. Ә 2023 йылдың дүрт айында ул 17 миллиард доллар самаһы тәшкил итә.

– Ике дәүләттең бөтә төбәктәре лә тиерлек халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә ҡатнаша. Ә бөгөн уға Рәсәй Федерацияһының яңы субъекттары ла ҡушыла. Берлектәге эшмәкәрлектең бик яҡшы һөҙөмтәләрен Башҡортостан күрһәтә, – тине Валентина Матвиенко. – Дөйөм алғанда, беҙ үҙ-ара килешеп эш итеүҙең сифатлы яңы кимәленә күсәбеҙ. Импортты алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ, яңы технологияларға һәм сәнәғәт кооперацияһына баҫым яһайбыҙ. Был өлкәләге потенциал – ҙур.

Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы Советы рәйесе Наталья Кочанова ла үҙ сығышында Башҡортостан Башлығына форумды ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика халҡының асыҡ һәм изге булыуын билдәләне

Наталья Кочанова, былтыр Белоруссияға Рәсәй вәкилдәренең 100-ҙән ашыу эшлекле һәм сәйәси сәфәре, шулай уҡ Белоруссия вәкилдәренең Рәсәйгә шунса уҡ визиты уҙҙы, тип хәбәр итте. Ике ил төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында 450-гә яҡын төрлө килешеү төҙөлгән.

Белоруссия парламентының юғары парламенты спикеры, ике дәүләт араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше күрһәткестәре башлыса Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х форумындағы килешеүҙәр сиктәрендә лә артасаҡ, тип иҫәпләй. Уның делегаттары әленән 110 миллиард һумдан ашыу суммаға 86 эшлекле контракт төҙөгән.

Осрашыу сиктәрендә ике ил төбәктәре башлыҡтары берлектәге проекттар һәм төбәк-ара кооперация хаҡында һөйләне.

Эш аҙағында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, 2023-2025 йылдарға Башҡортостан Фәндәр академияһы менән Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһының фәнни-техник хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса саралар планын раҫланылар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас