Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Июнь 2023, 13:25

Ер биләмәһен бушлай рәсмиләштереп була

 Башҡортостанда йәшәүселәр өйө урынлашҡан ерҙе шәхси милкенә бушлай алыу хоҡуғына эйә.   

Ер биләмәһен бушлай рәсмиләштереп булаЕр биләмәһен бушлай рәсмиләштереп була
Ер биләмәһен бушлай рәсмиләштереп була

Башҡортостанда йәшәүселәр өйө урынлашҡан ерҙе шәхси милкенә бушлай алыу хоҡуғына эйә. Бындай закон Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителде.

Хосусилаштырыуға 1998 йылдың 14 майына тиклем төҙөлгән өй урынлашҡан майҙаны тәҡдим ителә. Был хоҡуҡ иһә түбәндәге документтар менән раҫлана:

* Йортта 1998 йылдың 14 майына тиклем даими йәшәүҙе йәки торлаҡты ошо ваҡытҡа тиклем төҙөүҙе раҫлаған дәлилдәр;

* 1998 йылдың 14 майына тиклем торлаҡ йорт төҙөүгә йәки уны файҙаланыуға рөхсәт документының алыныуы.

Ер биләмәһен хосусилаштырыу хоҡуғынан 2031 йылдың 1 мартына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ.

Белгестәр хәбәр итеүенсә, был осраҡта милек өсөн һалым түләү ҡаҙнаны тулыландырыуға булышлыҡ итә, милексегә айырым осраҡтарҙа үҙ милкен раҫлау өсөн аныҡ дәлилдәр була.

178-се Федераль законға ярашлы, Рәсәйҙең һәр гражданы муниципаль йәки дәүләт милкенә ҡараған бер генә объектты хосусилаштырыу хоҡуғына эйә.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас