Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Июль 2023, 11:17

Саҡырыу уникаль булып сыҡты

“Алтынсы саҡырылыш парламенттың эш планкаһын бик юғары күтәрҙе”

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары йомғаҡлау пленар ултырышын үткәрҙе. Ашығыс ихтыяж булған осраҡта ғына Башҡортостан парламенты ошо составта йыйыласаҡ. Республика депутаттар корпусының алтынсы саҡырылышы һәм ошо осорҙағы “Берҙәм Рәсәй” депутаттарының эш йомғаҡтары хаҡында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, урындағы парламенттың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ һөйләне.

 

– Рөстәм Рифат улы, һеҙ күп йыл­лыҡ эш тәжрибәһенә эйә парламентарий, бер нисә саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булдығыҙ, Дәүләт Думаһында ла эшләнегеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, һеҙгә сағыштырырлыҡ нәмәләр бар. Алтынсы саҡырылышты нисек һүрәтләй алаһығыҙ? Ул алдағыла­рынан айырылып торамы?

– Уникаль саҡырылыш булып сыҡты ул. Биш йыл элек, һайлауға барғанда, коллегаларымдың береһе лә алда нимә менән осрашырға тура килерен әйтә алмаҫ ине. Алтынсы саҡырылыштың үҙенсәлегенә, әлбиттә, беренсе сиратта, Бөтә Рәсәйҙәге һәм планеталағы мөһим ваҡиғалар йоғонто яһаны. Улар, әлбиттә, эшебеҙҙә сағылды. Был – пандемия, Көнбайыш санкциялары, махсус хәрби операция. Улар республиканың депутаттар корпусы өсөн дә ныҡлыҡҡа етди һынау булды.

 

– Улар фракция эшенә, тотош Баш­ҡортостандағы закондар сыға­рыу процесына нисек тәьҫир итте?

– Пандемия һәм Көнбайыш санкциялары шарттарында республиканың баланслы бюджетын ҡабул итеүҙе тәьмин итеү бик ауыр булды. Әммә беҙ быны эшләй алдыҡ. Һөҙөмтәлә республикала граждандар алдын­дағы бөтә социаль йөкләмәләр ҙә үтәлде, шулай уҡ төбәкте үҫтереү өсөн күп эш баш­ҡарылды. Республиканың юл фонды артты­рылды, мәктәптәр, балалар баҡсалары, социаль объекттар төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылды, әле яңы күперҙәр, юлдар һалына, бик күп ихаталар төҙөкләндерелә. Был башланғыс­тарҙың күбеһе партияның төбәк бүлексәһе Секретары Радий Хәбировтан килә, әммә уларҙың барыһы ла финанс тәьминәтенә мохтаж була. Бында, әлбиттә, депутат Рида Собханғолова етәкселегендәге Бюджет буйынса комитеттағы коллегаларыбыҙға рәхмәт белдерәм.

 

– Тәүҙә пандемия, һуңынан иле­беҙ­гә ҡарата коллектив Көнбайыш­тың һәр яҡлап агрессияһы менән баш­ланған кире процестарҙы иҫкәр­теү өсөн дә күп закондар ҡабул иттегеҙ...

– Биш йыл эсендә 700-ҙән ашыу закон ҡабул ителде, шуларҙың 35-е – төп закондар. Уларҙың барыһы ла тиерлек “Берҙәм Рәсәй” депутаттары инициативаһы менән башҡа­рылды, беҙҙең фракция уларҙың парламентта күтәрелеүен тәьмин итте. 2020 йылда беҙ Хөкүмәт менән тығыҙ бәйләнештә граждандарға һәм бизнесҡа ярҙам итеү буйынса бер нисә закон саралары пакетын ҡабул иттек, был республикаға пандемияның иң юғары нөктәһен минималь юғалтыуҙар менән үтергә мөмкинлек бирҙе. Бындай төп ярҙам саралары һалым өҫтөнлөктәренә бәйле була. Мәҫәлән, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан финансланған учреждениелар милеккә һалымдан азат ителде. Пандемия шарттарында иң аяуһыҙ тар­маҡтарға ҡараған ойошмалар ҙа шундай уҡ льгота алды. Был тәү сиратта туризм, дөйөм туҡланыу, хеҙмәтләндереү өлкәһе. Коронавирус пандемияһы шарттарында зыян күргән һәм һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланған шәхси эшҡыуарҙарға, ойошмаларға һалым ставкалары бер нисә тапҡырға кәметелә. Беҙ үҙмәшғүлдәргә дәүләт ярҙамы тураһында закон ҡабул итеп, уларға бәләкәй бизнесҡа һалынған бөтә һалым өҫтөнлөктәрен, өҫтәмә һалым ташламаларын һәм бонустарҙы беркеттек.

 

– Иҡтисадҡа закондар менән ярҙам итеүҙең был пакетлы саралары уҙған йылдарҙа ла ғәмәлдә инеме?

– Эйе, пандемияға ҡаршы закондар санкцияға ҡаршы ҡанундарға әүерелде, тип әйтергә була. Башҡортостан аграрийҙарын берҙәм ауыл хужалығы һалымын түләүҙән азат итеү тураһында законды алайыҡ. Ул – фракция буйынса коллегаларыбыҙ Яков Күгебаев, Денис Назаров, Рөстәм Әхмәҙи­нуров, Гөлнур Ҡолһарина, Тимур Ғилмийә­ровтың башланғысы. Был закон тураһында санкцияларға республиканың тәүге закондар сығарыу реакцияларының береһе тип әйтергә лә мөмкин. Әммә ысынында, 2022 йылдың башында закон ҡабул иткәндә, махсус операция башланмаған, санкциялар ҡаты булмаған, был ярҙам сараһын беҙ республиканың ауыл хужалығы етештереү­селәре өсөн пандемияның кире иҡтисади эҙемтәләрен йомшартыу сараһы булараҡ планлаштырҙыҡ. Әммә санкция баҫымы шунда уҡ ҡырҡа артты, тап уның фонында был закон иң һөҙөмтәле булып сыҡты. Уны ҡабул итеү бик тә урынлы булды. Ә һуңынан санкция баҫымын еңеп сығыу, импортты алмаштырыу, эш урындарын һаҡлау, уңайлы урындар булдырыу өсөн маҡсатлы рәүештә закондар ҡабул иттек.

 

– Әммә махсус хәрби операция ваҡытында ҡабул ителгән иң резонанслы закондар тәү сиратта махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау менән бәйле.

– Эйе. Улар байтаҡ. Беренсе аҙым – махсус хәрби операцияла ҡатнашып, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ике миллион һум күләмендә республика түләүҙәре тураһындағы закон. Был тәҡдим менән республика Башлығы сығыш яһаны, ә беҙҙең фракция закон ҡабул итеүҙе тәьмин итте. Беҙ бындай башланғысты тормошҡа ашырыуҙа тәүгеләр булып торабыҙ, ә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең беренсе төбәге булдыҡ. Әйткәндәй, былтыр яҙ республикала тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биреү тураһында закон ҡабул ителде. Яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына законлы ярҙам күрһәтеүҙең башҡа сараларына килгәндә, беҙ уларҙы транспорт һалымын түләүҙән азат иттек, ташламалы хаҡҡа торлаҡ һатып алыу хоҡуғы бирҙек. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, йорт төҙөү һәм ремонтлау өсөн сираттан тыш ағас алыу хоҡуғы тураһында закондар ҡабул ителде. Был республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына закондар менән ярҙам итеү сараларының тулы исемлеге түгел. Шул уҡ ваҡытта был эш туҡталмай, беҙҙең фракция хәлде өйрәнә, федераль кимәлдәге сараларҙан алда бара, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең яңы алымдарын тәҡдим итә. Депутат корпусының яңы етенсе саҡырылышына ла был йәһәттән эштәр етерлек булыр, тип уйлайым.

 

– Уҙған биш йыл мөһим сәйәси ваҡиғаларға бай булды. Араларында иң мөһиме – Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү. Улар үҙ сиратында республиканың Төп Законын ҡайтанан ҡарауға ла этәргес бирҙе. Килешәһегеҙҙер, һәр парламент саҡы­рылышына ла бындай мөм­кинлек эләкмәй.

– Эйе, эш ғәйәт ҙур булды. Депутаттарыбыҙ менән генә түгел, башҡарма власть органдары, муниципалитеттар, ғилми, йәмәғәт ойошмалары менән дә. Тәүҙә Дөйөм Рәсәй тауыш биреү алдынан беҙ партия буйынса коллегаларыбыҙ менән халыҡҡа төҙәтмәләрҙең кәрәклеген һәм йөкмәткеһен аңлатып, ҙур мәғрифәтселек эше алып барҙыҡ. Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индергәндән һуң беҙ бер нисә ай дауамында республика Конституцияһын үҙгәртеү буйынса ла тәҡдимдәр әҙерләнек. Һөҙөмтәлә ул федераль системаға ярашлы ғына түгел, ә камиллаштырылған да. Башҡортостан Конституцияһына элек Ватан, бәлки, халыҡ-ара конституцион хоҡуҡ тарихында аналогы булмаған нормалар индерелде. Хәҙер республика Конституцияһында рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫтың уникаль объекттарын, шул иҫәптән “Шүлгәнташ” тәбиғәт ҡурсаулығын, “Ирәмәл” тәбиғәт паркын, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау тауҙары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тәртибе тураһында һүҙ бара. Республика Конституцияһын камиллаштырыу эшен әле лә дауам итәбеҙ. Май айында яңы үҙгәрештәр тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул иттек. Уларҙың төп өлөшө – Башҡортостанда конституция кимәлендә парламент Рәйесен һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау, Президиум, даими комитеттар һәм комиссиялар ойоштороу тәртибе яҙылыуы менән бәйле. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары һаны арта. Беҙ быға Йәштәр йәмәғәт палатаһын йәлеп итәбеҙ. Был дәүләт йәштәр сәйәсәтен камиллаштырыуға ғына түгел, ә йәштәрҙең гражданлыҡ әүҙемлеген арттырыуға, уларҙың хоҡуҡи һәм сәйәси мәҙәниәтен формалаштырыуға ла бу­лышлыҡ итәсәк.

 

– Алтынсы саҡырылыш эшенең төп этаптарына күҙ һалһаҡ, пандемия, үҙ-үҙеңде тотоу йәки Конституцияны үҙгәртеү кеүек ҙур ваҡи­ғаларға бәйле булмаған башҡа бик күп ҡыҙыҡлы  тағы ла ниндәй закондар хәтерҙә ҡаласаҡ?

– Мәҫәлән, балаларға һәм ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн беҙ бәләкәй балаларҙы өлкән ағайҙары һәм апайҙары уҡыған мәктәпкә өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғын нығыттыҡ. “Тыныс сәғәт” тип аталған закон ҡабул ителде, ул торлаҡ йорттарҙа шау-шыулы ремонт эштәрен 13 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем тыйҙы. Ирекмәндәргә ярҙам итеү тураһында бер нисә законға ҡул ҡуйылды. Улар өсөн аҡсалата компенсациялар, шулай уҡ ирекмәндәр һәләк булған осраҡта ғаиләләргә түләүҙәр ҡаралған. Бынан тыш, республикала тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау сараларында ҡатнашҡан ирекмәндәргә дәүләт ярҙамы ҡануни яҡтан нығытылды.

Бер нисә законыбыҙ туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән. Республика ҡануниәтендә турист маршруты статусы нығытылған, уны файҙаланыу маҡсаттары һәм принциптары билдәләнгән. Икенсе закон менән беҙ ауыл туризмының өҫтөнлөклө йүнәлештәре исемлегенә индерҙек.

Тағы бер закон турист фирмалары клиенттарын баҙарҙағы намыҫһыҙ ҡатнашыу­сыларҙан һаҡларға тейеш. Алтынсы саҡы­рылыш осоронда Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү, баҡсасылыҡты һәм баҡсасылыҡ алып барыу тураһында республика закондары ҡабул ителә. Коллегаларыбыҙ менән бик күп көнүҙәк темалар буйынса эшләнек.

 

– Алтынсы саҡырылыш закондар сығарыу яңылыҡтары араһында алкоголь һатыуҙы сикләү ҡануны айырыуса иғтибарға лайыҡ. Һуңғы йылдарҙа улар байтаҡ барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙәренә ҡаршы килеү­селәр ҙә табылды, әммә һөҙөмтәлә барыһы ла нығынып китте. Уларға ниндәй баһа бирер инегеҙ, был закондарҙың ғәмәлгә ашырылыуына йомғаҡ яһай алаһығыҙмы?

– “Айыҡ Башҡортостан” проектының координаторы булараҡ, мин бындай закондарҙың төп лоббисы булдым, әммә бер үҙем бер нәмә лә эшләй алмаҫ инем. Һәм мин фракция буйынса коллегаларыма, тәү сиратта Хәлил Рәхимов етәкселегендәге профилле Комитетта эшләүселәргә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Улар төп ярҙамсы­ларым һәм фекерҙәштәрем булды.

Халыҡтың артыҡ алкоголь ҡулланыуына бәйле кире күренештәрҙе кәметеү эше парламент тарафынан күптән алып барыла. Мәҫәлән, һуңғы ҡыңғырау көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу республикала быға тиклем дә ғәмәлдә булған. Әммә сикләүҙәрҙең төп өлөшө, ысынлап та, алтынсы саҡырылыш тарафынан индерелә. Беҙ Йәштәр, Белем көндәрендә, һабантуйҙа һәм Яңы йыл каникулында алкоголь һатыуҙы сикләгән закондар ҡабул иттек. Шулай уҡ күп һанлы эсемлек барҙары, ихаталарҙа, подвалдарҙа, торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡаттарында урынлашҡан һәм асоциаль шәхестәрҙе йәлеп иткән, насар криминоген хәл тыуҙырған урындарҙың эшмәкәрлеген ҡануни йәһәттән сикләнек. 2022 йылда республика парламенты тәүге тапҡыр ҡала һәм ауыл биләмәләрендә алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон ҡабул итте. Бындай сара Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы халҡының башланғысы менән индерелде.

Дөйөм алғанда, сикләүҙәр күп, әммә беҙ уларҙы этаплап, ҡырҡа һындырмайынса ин­дер­ҙек. Һөҙөмтәлә йәмәғәтселектең сәләмәт ҡарашы һәм йәмәғәт тәртибе менән хәлде яҡшыртыу, үлем осраҡтарын, йәрәхәтлә­неү­ҙе, алкоголь ҡулланыу сағылышында суицидтарҙы кәметеү буйынса һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшелде. 2018 – 2021 йылдарҙа республикала алкоголь менән ағыуланыуҙан үлем осраҡтары дүрт тапҡырға – 211-ҙән 57-гә тиклем кәмегән. Ә бит тап ошо осорҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү тура­һында бөтә төп закондарыбыҙ ҡабул ителде. Бына һеҙгә был закондарҙың һөҙөмтә­лелегенең сағыу миҫалы. Бындай ыңғай күренеш республикала әлегә булмаған.

 

– Башҡортостандағы бөтә закондар сығарыу процесының яҙмышы, парламенттың төп сәйәси көсө булараҡ, “Берҙәм Рәсәй”гә бәйле булыуы аңлашыла. Әммә депутат эше күп яҡлы. Алтынсы саҡырылыш осоронда килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә фракцияның роленә ниндәй баһа бирәһегеҙ? Парламентта үткән биш йылда партияның позициялары күпмегә үҙгәрҙе?

– Формаль рәүештә был позициялар алдынғы ла булды, ҡалды ла: беҙҙең фракцияла 73 депутат иҫәпләнә, конституцион күпселеккә эйә, республикала ҡабул ителгән бөтә закондарҙың яҙмышы тап “Берҙәм Рәсәй”гә бәйле. Ғәмәлдә иһә саҡырылыш дауамында партияның позициялары күп тапҡыр арта. Эш шунда ғына түгел, фракция пандемия һәм махсус операция осоронда граждандарға һәм иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн иң мөһим закондар ҡабул итеүҙе тәьмин итә, ә тап “Берҙәм Рәсәй”ҙән депутаттар беренсе булып “ҡыҙыу” нөктәләрҙә була һәм кешеләргә ярҙам итә. Пандемияның тәүге айҙарында фракция ағзалары граждандарға, медицина, социаль, мәғариф учреждениеларына тиҫтәләрсә миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтте. Беҙҙең депутаттар “Берҙәм Рәсәй” пандемия фонында башлап ебәргән хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашты: “Автоирекмәндәр”, “Депутат хәстәрлеге”, “Такси хәстәрлеге” һәм башҡалар. Беҙ оло йәштәге кешеләргә, күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыныҡ, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандар өсөн ҡайнар аш ойоштороуҙы, аҙ тәьмин ителгән һәм проблемалы ғаиләләрҙәге балаларға Яңы йыл бүләктәрен һатып алыуҙы финансланыҡ, ковид госпиталдәрендә эшләгән табиптарҙы үҙ автомобилдәребеҙҙә эшкә һәм өйҙәренә алып барҙыҡ.

 

– Ә бит “Яңы йыл – республика балаларына”, “Теләктәр шыршыһы”, “Атайсал – бәләкәй Тыуған ил” кеүек ағымдағы проекттар ҙа бар ине…

– Әлбиттә. Ошо һәм башҡа хәйриә башланғыстарында әүҙем ҡатнашҡан коллегаларыбыҙға ихлас рәхмәт белдерәм. Шул уҡ “Атайсал”да беҙҙең 60-тан ашыу фракция ағзаһы ҡатнашты. Өҫтәүенә, ҡайһы берҙәре бишәр, унар һәм унан да күберәк проектты тормошҡа ашыра. Бында коллегалары Вадим Соколовты, Светлана Турайәнованы, Раил Әсәҙуллинды, Тимур Хәкимовты һәм башҡаларҙы билдәләргә теләйем. Ҡайһы бер депутаттар “Атай­сал”дың проекттарына тиҫтәләрсә миллион һум йүнәлткән.

Икенсе тапҡыр Вадим Соколовты билдәләп әйтер инем, ул проекттар һаны буйынса ғына түгел, ошо маҡсатта йүнәлткән аҡса күләме буйынса ла алдынғылар рәтендә. Ә һуңынан махсус операция башланды, һәм “Берҙәм Рәсәй” депутаттары йәнә ирекмәндәр, меценаттар рәтендә була. Тәүҙә бөтә көсөбөҙҙө мәжбүри күскенселәргә ярҙамға йүнәлттек – уларҙы бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин иттек, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам иттек. Төп баҫымды республикабыҙҙа ҡалған Донбасс балаларына ярҙам итеүгә йүнәлттек. Улар өсөн “Теләк йылы” һәм “Баланы мәктәпкә әҙерләү” акцияларын үткәрҙек, бүләктәр тапшырҙыҡ.

Көҙ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләй башлағас, уның Координация советына етәкселек итеүҙе һоранылар, төп баҫымды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына йүнәлттек. Беҙ депутат фондын булдырҙыҡ, уны ай һайын тулыландырабыҙ. Был сараларҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә, госпиталдәрҙә ятҡан яугирҙәргә, азат ителгән биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам итәбеҙ. Бынан тыш, бындай финанс мөмкинлеге булған фракция ағзалары үҙ теләге буйынса өҫтәмә ярҙам күрһәтә, гуманитар йөктәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрә. Яңыраҡ республикала асылған “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалын фракция буйынса коллегабыҙ Гөлнур Ҡолһарина етәкләне.

 

– “Берҙәм Рәсәй”ҙән күп кенә депутаттар махсус хәрби операция зонаһында булды...

– Эйе, бында ла “беренсе үтеүселәрҙе” билдәләргә кәрәк. Фракция ағзаһы Яков Кугебаев республика тарафынан Донбассҡа ебәрелгән тәүге гуманитар конвойҙарҙың береһен оҙатып йөрөй. Гуманитар конвой етәксеһе шулай уҡ парламент вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров була. Депутат Салауат Хөсәйенов республиканан мобилизация­ланған граждандарҙы махсус хәрби операция урындарына, шулай уҡ гуманитар конвойҙы оҙата. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рә­йесе Константин Толкачев бер нисә тапҡыр республика делегацияһын Луганск Халыҡ Республикаһында, Донецк Халыҡ Республи­каһында, Херсон өлкәһендә етәкләй. Фракцияның бөтә ағзалары тиерлек ярҙам йыйыуҙа, гуманитар конвойҙар ойоштороуҙа, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирек­мәндәр штабы эшендә ҡатнаша. Миҫалдар бик күп. Мәҫәлән, фракция ағзаһы Александр Андреев үҙе етәкселек иткән “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективы менән бергә 600 мең һумдан ашыу йылы әйбер, республиканан мобилизацияланған яугирҙәр өсөн экипировка һатып алды. Депутат Салауат Харасов Донбасс мәктәп­тә­ренә, шулай уҡ Рәсәйҙең яңы төбәктәрендәге дауаханаларҙа һәм госпиталдәрҙә эшләгән Башҡортостан табиптарына беҙҙең фракциянан гуманитар йөк һатып алыуға һәм оҙатыуға бәйле ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү менән әүҙем шөғөлләнде.

“Берҙәм Рәсәй”ҙән Башҡортостандан төрлө кимәлдәге 30-ҙан ашыу депутат махсус хәрби операцияла туранан-тура ҡатнашты, тип өҫтәр инем. Махсус хәрби операция зонаһында фракция буйынса коллегабыҙ Булат Йомаҙилов та үҙ теләге менән булды. 61 йәшендә ул Ватанды яҡларға китте, “иң ҡыҙыу Артемовск йүнәлешенә эләгә. Бөтә хәрби ауырлыҡтарҙы башынан үткәрә. Ысын герой булып ҡайта. Беҙ уның, шулай уҡ мах­сус хәрби операцияла ҡатнашыу­сыларҙың барыһы менән дә ғорурланабыҙ.

 

– Бындай миҫалдар, депутат­тар­ҙың хәйриә, ирекмәнлек эше, әлбит­тә, партияның абруйына ыңғай йоғонто яһай…

– Әлбиттә, был беҙҙең өсөн бер ҡасан да үҙмаҡсат булманы. Киреһенсә, пандемия ваҡытында кешеләргә ярҙам итеп, беҙ ҡараштарҙы ситкә йүнәлттек, ярҙамдың партия линияһы буйынса барыуын телгә алмаҫҡа тырыштыҡ һәм хәҙер ҙә эшебеҙҙе сәйәсиләштереүҙән ҡасырға тырышабыҙ. Әммә халыҡты алдап булмай, кешеләр барыбер ярҙамдың ҡайҙан килеүен күрә һәм аңлай. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа республикала “Берҙәм Рәсәй”гә ышаныс кимәле бик ныҡ артты. Саҡырылыш аҙағына беҙ бик ныҡлы позициялар менән килдек.

 

– Алдағы республика парламентына һайлауҙарҙа нимә сағылыш табырға тейеш?

– Биш йыл элек һайлаусыларға вәғәҙә ителгәндең бөтәһен дә үтәнек, ә ҡайһы бер позициялар буйынса байтаҡҡа күберәк эшләнек. Миңә коллегаларыма оло эше өсөн рәхмәт әйтергә һәм уларға уңыштар теләргә ҡала. “Берҙәм Рәсәй”ҙән күп кенә ғәмәлдәге депутаттар был һайлауға әҙерләнә, бынан тыш, беҙ яңы йәш кандидаттар көтәбеҙ. Алтынсы саҡырылыш парламенттың эш планкаһын бик юғары күтәрҙе. Етенсе саҡырылыш уны һаҡлап ҡала алыр тип ышанам. Әммә был саҡырылыш ябай булмаясаҡ. Көҙ үк 2024 йылға республика бюджеты тураһында закон проекты өҫтөндә көсөргәнешле эш талап ителә. Хәҙерге геосәйәси ысынбарлыҡта ул бик ҡатмарлы булырға вәғәҙә итә. Моғайын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү һәм санкцияларға законлы яуап биреү өсөн яңы саралар кәрәк булыр, ғәмәлдә беҙ барыһына ла әҙер.

 

Рәмилә МУСИНА әҙерләне.

Читайте нас